АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
2 Декабрь 2024, 06:55

Рәфискә—дәүләт наградаһы

Баймаҡ егетенә дәүләт наградаһы бирелде. —Беҙҙең подразделениеға Кременная районында дошманды ҡыҫырыҡлап сығарырға ҡуштылар. Беҙ бурысты үтәнек, дошман хәрби сик һыҙығынан бер нисә километрға сигенде,—ти ул.

Рәфискә—дәүләт наградаһыРәфискә—дәүләт наградаһы
Рәфискә—дәүләт наградаһы

Баймаҡ районы яугиры махсус хәрби операция зонаһында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн IV дәрәжә Георгий тәреһенә лайыҡ булды. Ул 2022 йылда өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хеҙмәткә алынған.

- Беҙҙең подразделениеға Кременная районында дошманды ҡыҫырыҡлап сығарырға ҡуштылар. Беҙ бурысты үтәнек, дошман хәрби сик һыҙығынан бер нисә километрға сигенде. Йөкләмәне уңышлы үтәгән өсөн яугирҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙылар, — ти яугир.

Уның һүҙҙәренсә, хеҙмәт ваҡытында ул алты тапҡыр яралана, әммә бурысын үтәүен дауам итә:

— Был еңел эш түгел, әммә ул ирҙәр эше. Баймаҡ районынан яҡташтарым менән бергә тыуған илемде яҡлап сыҡтым. Тиҙҙән еңеү менән ҡайтырбыҙ тип өмөтләнәм,—ти «Рәфис» позывнойлы яугир.

Өмөтөгөҙ аҡланһын, донъялар тынысланһын, имен-һау ҡйатығыҙ, егеттәр!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас