«Коллегабыҙ, мобилизацияланған хеҙмәткәр, табип Станислав Гераськин менән йылы осрашыу һоро эш көндәренә яҡты нур өҫтәне»,—ти Баймаҡ үҙәк дауаханаһының баш табибы Илшат Рысҡужин.
Станислав Юрьевич ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан һәм шунда уҡ үҙенең коллегалары янына килгән. Ул үҙенең фронттағы эшмәкәрлеге, юлында осраған ауырлыҡтар хаҡында һөйләгән.
— Беҙ барыбыҙ ҙа Станислав Юрьевичҡа уның батырлығы һәм фиҙакәрлеге, беҙҙе һәм беҙҙең киләсәгебеҙҙе яҡлауы өсөн рәхмәтлебеҙ. Бындай мәлдәрҙә айырыуса берҙәмлектең һәм дуҫлыҡтың мөһимлеген аңлайһың, сөнки дуҫтарың һәм коллегаларыңдың ярҙамы — ауыр ваҡыттарҙы кисерергә булышлыҡ итә,—ти баш табип.
Әйткәндәй, С.Ю.Гераськин менән Илшат Рысҡужин мәктәптә лә, университетта ла бергә уҡыған.
—Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар иҫән-һау ҡайтһын, ә Станислав Гераськинға уңыштар һәм тиҙерәк ҡайтыуын теләйбеҙ,—ти И.Т.Рысҡужин.
Баймаҡ районы халҡы ла Станислав Юрьевичтың тиҙерәк ҡайтыуын көтә. Сөнки ул күптәрҙең яратҡан табибы.