Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
21 Ноябрь , 11:50

Аҡъяр егете «Аҡ малай»

Башҡорт яугирҙары ВСУ һалдатын пленгә алған

Аҡъяр егете «Аҡ малай»
Аҡъяр егете «Аҡ малай»

«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!» Башҡортостан яугирҙары өсөн был оран ғына түгел, ә берләшеү, берҙәмлек символы ла. Махсус операция башланыу менән республика халҡы заман һынауын ҡыйыу ҡабул итеп, Тыуған ил һағына баҫты, күптәр яҡын туғандары, ауылдаштары артынан яуға юлланды. Шундайҙарҙың береһе – «Аҡ малай» позывнойлы хәрби, «Башҡортостан» полкының штурм ротаһы командиры. «Башинформ» агентлығы менән әңгәмәлә ул алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәрҙең тырыш хеҙмәте, шулай уҡ башҡорт яугирҙарының туған тел ярҙамында бурыстарҙы үтәүе хаҡында һөйләне.

– МХО яугирҙары сафына баҫыу юлығыҙ нисегерәк булды?

– 2014 йылда уҡ Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәйнем. Курил утрауҙарында дүрт йыл хеҙмәт итеп тыуған яғыма ҡайтып, бәләкәй бизнес астым, ғаилә ҡорҙом. Әммә мине һәр саҡ хәрби эш үҙенә тартты. Иртәме-һуңмы, ағайҙарым артынан МХО-ға барырымды аңлай инем. Юлға сумкаларымды әҙерләгәс кенә яҡындарыма әйттем, улар минең ҡарарҙы ҡабул итергә мәжбүр булды. Әлбиттә, еңел булманы. «Башҡортостан» полкында хеҙмәт итеүҙе һайланым, мин үҙ республикамдың патриоты. Алғы һыҙыҡта яңы биләмәләрҙе яулап, башҡорт байрағын ҡуйыу – минең өсөн ҙур ғорурлыҡ.

– «Аҡ малай» позывнойы нимәне аңлата?

– Тормошомда күп нәмәне аҡ төҫ менән бәйләйем, сығышым менән Аҡъяр ауылынанмын, аҡ кейемгә өҫтөнлөк бирәм, аҡ төҫтәге машиналарҙа йөрөйөм. Алдан был минең ҡушаматым ине, тип әйтергә мөмкин. Беҙҙә башҡорт позывнойҙары күп, мәҫәлән, «Аҡһаҡал», «Бабай», «Малай», «Буран»...

– Рота командиры булараҡ, иңегеҙгә ҙур яуаплылыҡ һалынған. Яңы вазифала эшләүе нисек?

– Ҡайһы бер бурыстар үтәлмәҫ кеүек тойола, әммә бер нимәгә ҡарамаҫтан, дошманды ҡыҫырыҡлап сығарып, алға барырға тейешбеҙ. Беҙҙең башҡорт яугирҙары бик берҙәм, ҡуйылған бурыстарҙы ҡыйыу атҡаралар. Штурм операцияларында туған тел ярҙамға килә. Укронацистар беҙҙең нисек һөжүм итеүебеҙҙе, ҡасан маневр төркөмө, ҡасан ат асыу төркөмө эшләгәнен белмәй ҡала. Был алымды ҡулланып, заданиены ышаныслы һәм юғалтыуһыҙ үтәйбеҙ. Күптән түгел дошмандың терәк пунктын баҫып алдыҡ, бер һалдатты пленгә алдыҡ.

Командир булараҡ, егеттәремә һәр саҡ мине тыңларға ҡушам. Әлбиттә, уларҙы физик яҡтан ғына түгел, психик яҡтан да әҙерләргә тырышам. Уларҙың именлеге генә түгел, дөйөм еңеүгә беҙҙең өлөшөбөҙ ҙә ошоға бәйле.

– Дәүләт ярҙамы, социаль пособиелар, ғаиләләргә булдырылған льготалар менән ҡәнәғәтһегеҙме? Тотҡарлыҡтар юҡмы?

– Тылда ла, алғы һыҙыҡта ла дәүләт ярҙамын тоябыҙ. Башҡортостандан премиялар, көндәлек түләүҙәрҙе ваҡытында алабыҙ. Республикала һалдаттар өсөн булдырылған ярҙам саралары буйынса льготалар етерлек, йәйгеһен улыбыҙ балалар лагерында бушлай ял итеп ҡайтты.

– МХО башлағандан алып йәмәғәт ойошмалары әүҙем ярҙам күрһәтә, гуманитар ярҙам йыя. Һеҙҙең бындай ярҙамға ихтыяж бармы?

– Эйе, гуманитар ярҙам баштан уҡ ебәрелде. Күптән түгел райондаштарыбыҙ Хәйбулла районынан конвой менән гуманитар ярҙам алып килгәйне. Тәмле күстәнәстәр алыу, әлбиттә, ҙур шатлыҡ. Ҡатыным – эшҡыуар, шуға «Туған тыл» йәмәғәт ойошмаһы ирекмәндәренә әүҙем ярҙам итә, бергәләп гуманитар ярҙам йыялар. Хәҙер барыһын да тиерлек Оборона министрлығы тәьмин итә. Улар техника һәм пилотһыҙ осоу аппараттары – FPV-дрондар, дрон детекторҙары алып килә.

– Хәҙер алғы һыҙыҡта ниндәй белгестәр талап ителә?

– Беҙҙең подразделениелар кәрәкле белгестәр менән тулыландырылған. Штурм ротаһына тиҙ йүгерә, һикерә алған «спортсылар» ҡабул ителә. Әҙерлек яҡшы кимәлдә, тәүге айҙарҙа «йәшел» һәм «һары» зоналарҙа эшләнек. Егеттәремә барыһын да һөйләргә, позицияларҙа ярҙам итергә тырышам. Тәүге мәлдә генә алғы һыҙыҡта ҡурҡыныс, әммә яйлап күҙ бөтә нәмәгә күнегә. Һөжүм ҡайҙан килгәнен, ниндәй техника осҡанын тыңларға кәрәк, иң мөһиме, әлбиттә, заданиены үтәргә тырышыу.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2024-11-20/boets-iz-bashkirii-vzyal-v-plen-voennosluzhaschego-vsu-4016437

Автор:Инсаф Хужабирганов
Автор:
Читайте нас: