Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
28 Октябрь , 16:25

ТЕМӘС ЕГЕТТӘРЕ ШӘП!

Улар өҫтән дә, күктән дә көтөп ятмай. «Бында беҙ йәшәйбеҙ, тимәк, беҙгә кәрәк»,—тип тоталар ҙа үҙҙәре эшләй икән!

ТЕМӘС ЕГЕТТӘРЕ ШӘП!
ТЕМӘС ЕГЕТТӘРЕ ШӘП!

Баймаҡ районы Темәс ауылының йәш эшҡыуары Радик Рим улы Исхаков тыуған төйәге өсөн янып йәшәй. Ул һәр йыл ауыл юлын тәртипкә килтереүгә, күперҙе ремонтлауға үҙ өлөшөн индерә. Уҙған ял көндәрендә генә иртәнән ҡара кискәсә төп күперҙе үҙ иҫәбенә ремонтлаған, урам юлдарының соҡор-саҡырҙарын яматҡан. Уға ауылдың ир-егеттәре ярҙамға килгән.

Афарин! Бына шундай шәп егеттәр йәшәй ауылдарҙа. Бөтә ерҙә лә Радик кеүектәр булһа, ауылдарҙы һаҡлап алып ҡалырға мөмкин. Яратығыҙ тыуған төйәгегеҙҙе һәм уның киләсәген хәстәрләгеҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: