Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
23 Июль , 20:50

"ТРЕНЕР" ЯЛҒА ҠАЙТҠАН

Улар етди эш башҡара һәм дошманды еңеү мөһимлеген аңлай

"ТРЕНЕР" ЯЛҒА ҠАЙТҠАН
"ТРЕНЕР" ЯЛҒА ҠАЙТҠАН

--Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашыуҙарҙа шуны нығыраҡ аңлай барам: улар бик ауыр эш башҡара һәм дошманды еңеү мөһимлеген аңлай. "Тренер" ҡушаматлы яугир элек балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә йәш яҡташтарыбыҙҙы тәрбиәләһә, хәҙер боҙоҡлоҡ, емереү юлына баҫҡандарҙы "тәрбиәләй". Осрашыуҙа бик күп мәғлүмәт еткерҙе, үҙе һайлаған юлдан барыуына үкенмәүен белдерҙе. Еңеүгә өмөтө ҙур. Башҡа яугирҙәргә лә шундай оптимизм теләйем, тиҙерәк еңеү менән әйләнеп ҡайтығыҙ,--тип яҙа социаль селтәрҙә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Беҙ ҙә башлыҡтың һүҙҙәренә ҡушылабыҙ. Тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләйбеҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: