АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
24 Июнь , 14:54

Илатып та китәләр...

Иҫәнбәт ауылы егете Венерҙың ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын. Туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Илатып та китәләр...
Илатып та китәләр...

--Иҫәнбәт ауылы халҡы ҙур юғалтыу кисерҙе : махсус хәрби операцияла ҡатнашып һәм батырҙарса(геройҙарса) һәләк булып, батыр яугиребеҙ Туҡтамышев Венер Вәлит улы тыуған еренә ҡайтып ятты.
Митингыла ҡатнашҡан район етәкселәренә, хәрби комиссариат,имам-хатип, депутаттарга һәм һуңғы юлға оҙатырга килгән ауылдаштарыбызга, классташтарына, дуҫтарына, туғандарына, күршеләренә, уҡытыусыларына, яҡындарыңдына, күрше ауыл (Төркмән, Басай, Күсей) халҡына) оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ҡайғылы хәбәрҙәр беҙҙе урап үтһен, күргәндәргә сабырлыҡ, түҙемлек бирһен. Һуғыштар туҡтап, СВО-лагы егеттәребеҙ иҫән-һау ҡайтһын тыуған яҡтарына, ғаиләләренә Алла бирһә.
Венерыбыззын мәңгелек йоҡоһо тыныс, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ятҡан урынын йомшаҡ, ожмах түрендә булһын.
Тыныс йоҡла, беҙҙең батыр егетебеҙ Венер.
Һин мәңге беҙҙең хәтерҙә!--тип яҙалар "Күк Ирәндек буйында" социаль селтәр төркөмөндә.

Автор:Резеда Валиева