Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
18 Апрель , 19:55

БАЛАЛАР - ЙОРТОБОҘ ҠОТО

Ҡарап тороуға йәш кенә күренгән, йәтеш кенә кәүҙәле Сәриәне 6 бала әсәһе тип әйтерлек тә түгел. Әммә был шулай! Ул ире Ильяс менән береһенән-береһе матур 6 бала үҫтерә. Исемдәре ниндәй бит әле!

БАЛАЛАР - ЙОРТОБОҘ ҠОТО
БАЛАЛАР - ЙОРТОБОҘ ҠОТО

Ғәйсәргә-15, Исламға-12, Айтуғанға-10, Ғәзимгә-7, Зөлхизәгә-4, Зәһиҙәгә 2 йәш. Ҡунаҡбаевтар Таһир ауылында йәшәй. 

Яңыраҡ ҡына Сәриә Дамир ҡыҙы "Әсәлек даны" миҙалын алып һөйөндө.

 

"Балалар - йортобоҙ ҡото", - тип тиң-татыу йәшәгән күп балалы күркәм ғаиләгә иҫәнлек-һаулыҡ, именлек, теүәллек теләйбеҙ!

Автор:Резеда Валиева