АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
22 Март , 13:30

КИТӘ ИРҘӘР...

Хәйбулла халҡы ҡаһарман яҡташтары Ҡаһарманов менән хушлашты...

КИТӘ ИРҘӘР...
КИТӘ ИРҘӘР...

--Бөгөн махсус хәрби операция барышында һәләк булған яҡташыбыҙ Ҡаһарманов Динислам Хәкимйән улын һуңғы юлға оҙаттыҡ. Үрнәк ауылы егете ил яҙмышында барған ваҡиғаларға битараф ҡалмай, тиҫтәләгән мең һалдат һәм офицерҙарыбыҙ кеүек нацизмға ҡаршы көрәшкә баҫа, Ватаныбыҙҙы, беҙҙе яҡларға ҡарар итә. Алдына ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәп, ул ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яу яланында һәләк була.
Илдәге ҡатмарлы тынғыһыҙ осорҙа илдең тоғро, ышаныслы һаксыларына әүерелгән батырҙарыбыҙ тураһында белеү, уларҙы онотмау беҙҙең изге бурыс. Яҡташтары хәтерендә үҙ ғүмерҙәрен аямай һәләк булған батырҙарыбыҙ мәңге йәшәйәсәк. Әле яу яланында йөрөгән егеттәребеҙ имен-аман тыуған ерҙәренә тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын, ил-йортобыҙ тыныс булһын! Яугирҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Яҡташыбыҙҙың рухы тыныс булһын...--тип яҙа социаль селтәрҙә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

 

Туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:Резеда Валиева