АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
17 Март , 10:35

БУРАНБАЙҘАР ҠЫЙЫУ ҠЫҘЫ МЕНӘН ОСРАШТЫ

Яу яланында йөрөүсе табип Алһыу менән осрашыу уҙғарылды. Әйткәндәй, ул хеҙмәт иткән ергә Буранбай, Сыңғыҙ ауылдары халҡы, башҡа яҡтарҙа йәшәүсе туғандары, таныштары, ғөмүмән изге йәрәкле кешеләр ярҙамы менән мунса әҙерләнде, кәрәк-яраҡ йыйылды.

БУРАНБАЙҘАР ҠЫЙЫУ ҠЫҘЫ МЕНӘН ОСРАШТЫ
БУРАНБАЙҘАР ҠЫЙЫУ ҠЫҘЫ МЕНӘН ОСРАШТЫ

--Буранбай мәҙәниәт йортонда хәрби хәрәкәт ветерандарының төбәк ойошмаһы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының йәмғиәт палатаһы ағзаһы Тимерйән Рәжәп улы Рәжәпов һәм ауылыбыҙҙың оло йөрәкле, ҡыйыу ҡыҙы Алһыу Ғибат ҡыҙы менән осрашыу үтте. Осрашыуға ауыл халҡы һәм балалар ҙур теләк менән сараға йыйылды. Алһыу Ғибат ҡыҙының һөйләгән һүҙҙәрен ишетеп, күптәрҙең күҙҙәренә йәш тулды. Алһыу Ғибат ҡыҙының хеҙмәт иткән еренә эшҡыуар Рәжәпов Булаттың бригадаһы менән мунса әҙерләнде, кәрәк-яраҡ йыйылды.
Ауыл халҡы Алһыу Ғибат ҡыҙына изге теләктәрен әйтеп, бергәләп фото төшөп таралыштылар,--тип хәбәр итәләр Буранбай ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы.

Автор:Резеда Валиева