АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
13 Февраль , 14:15

"Хан"дың түшен генерал Шайморатов миҙалы биҙәй!

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев “Хан” ҡушаматлы яҡташыбыҙға Шайморатов генерал миҙалын тапшырҙы. Яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. -“Хан” менән үткән ялға ҡайтҡанында ҡаланың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү үҙәгендә күрешкәйнек. Әле бына уға шәхсән рәүештә миҙал тапшырыуыма бик шатмын. Ул ике хәрби наградаға эйә ине: быға ҡәҙәр уның түшен II дәрәжәле “Хәрби ҡыйыулығы өсөн” миҙалы, полк наградаһы биҙәһә, әле уларға генерал Шайморатов миҙалы өҫтәлде,--ти Азамат Мырҙағәле улы.

"Хан"дың түшен генерал Шайморатов миҙалы биҙәй!
"Хан"дың түшен генерал Шайморатов миҙалы биҙәй!

 

-Тыуған илебеҙ һағында беҙ торғанда, дошмандар үтеп инә алмаҫ! – тине ҡыйыу ир-егет.

Өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, алғы һыҙыҡҡа киткәнгә тиклем "Хан" Сибай концерт-театт берекмәһендә балет артисы булып эшләгән. 2023 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған маҡтаулы исеменә лайыҡ булған.

“Хан”ды ихлас ҡотлайбыҙ һәм тиҙерәк еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!

"Хан"дың түшен генерал Шайморатов миҙалы биҙәй!
"Хан"дың түшен генерал Шайморатов миҙалы биҙәй!
Автор:Гульдар Кадаева