АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
6 Февраль , 19:10

Һөнәре буйынса иң яҡшыһы

Үҙ эшен яратып, бурысын намыҫ менән башҡара Рәмил Рәшит улы.

Һөнәре буйынса иң яҡшыһы
Һөнәре буйынса иң яҡшыһы

Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү һәм Хәйбулла районы учреждениеларының, ойошмаларының һәм предприятиеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү маҡсатында йыл да «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» муниципаль конкурсы үткәрелә. Быйыл конкурс комиссияһына 15 номинация буйынса 19 ғариза тапшырылған. Кисә иң яҡшылар тәбрикләнде. Улар араһында Баязитов Рәмил Рәшит улы ла бар. Ул – «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенең Октябрьский ер аҫты руднигы хеҙмәткәре.

Рәмил Рәшит улының коллективта абруйы көслө. Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән хеҙмәтен юғары баһалап торалар. Рәсәй Федерацияһяның металлургия буйынса комитеты, Башҡортостан Иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министрлығы Почет грамотаһы тапшырып һөйөндөргән. Ул "Рәсәйҙең почетлы таусыһы" һәм "Башҡортостандың атҡаҙанған шахтеры" исемдәрен йөрөтә.

Бына шундай үҙ эшен яратҡан, уны намыҫ менән башҡарған ир-егеттәр бар беҙҙең арала. Афарин!

 

 

Автор:Резеда Валиева