Замандаш
30 Октябрь 2023, 11:45

Яугир кәләш алған!

Сибай концерт-театр берекмәһенең "Сулпан" балалар театры артистары Илнур Сафаров менән Йәнгүзәл Зөлҡәрнәеваны законлы никахтары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!Йәш ғаиләгә һынауҙарға бирешмәй, тормош тулҡындарында гел парлы йөҙөргә насип итһен! Алдағы көндәрегеҙ өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен! Ҡыйыу егетебеҙ Илнур махсус хәрби операциянан тиҙерәк еңеү яулап, имен-һау әйләнеп ҡайтһын! 

Яугир кәләш алған!Яугир кәләш алған!
Яугир кәләш алған!

Сафаровтар ғаиләһе ишле, түлле булһын, сәнғәтебеҙ күгендә сағыу йондоҙ булып балҡыһын!

 Илнур Сафаров шулай уҡ был юлы ваҡытлыса ялға ҡайтҡанында кәләшле генә түгел, миҙаллы ла булды: яугирРәсәй Федерацияһының Оборона министры приказы менән Рәсәй Федерацияһы оборонаһы министрлығының “Хәрби батырлығы өсөн” II дәрәжәле миҙалы менән наградланды.

Ҡотлайбыҙ!

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас