АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
27 Октябрь 2023, 06:35

Ярҙамды шәхсән алып барған

Баймаҡ эшҡыуары, «Экопродукт» яуаплылығы сикләнгән йәмиәте директоры Рим Хафизов махсус хәрби операциялағыларға гуманитар ылау ебәреүҙә һәр ваҡыт теләп ҡатнаша. Был юлы ул шәхси автомобилендә ир-егеттәребеҙ яҙмышына битараф булмаған кешеләр йыйған, коллективы, үҙе хәстәрләгән йылы әйберҙәрҙе һәм ҡымыҙҙы алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға шәхсән рәүештә алып барырға ҡарар иткән. Бензобысҡынан башлап генераторға ҡәҙәр кәрәкле әйберҙәр тейәлгән йөк ылауы яҡташтарға үҙ ваҡытында барып еткән. Яугирҙәр айырыуса Дания исемле оло йәштәге ҡатын бәйләп ебәргән йөн ойоҡтар һәм йылы бейәләйҙәргә ифрат ҡыуанған.

Ярҙамды шәхсән алып барғанЯрҙамды шәхсән алып барған
Ярҙамды шәхсән алып барған

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһында ирекле батальондар формалаштырыу үҙәк штабы социаль селтәрҙәрҙә белгертте.

Ирекле батальондар формалаштырыу үҙәк штабы һәм «Башҡортостан» полкы хәрбиҙәре «Экопродукт» йәмғиәте директоры Рим Хафизовҡа, уның коллективына гуманитар ярҙам өсөн ҙур рәхмәт белдерә.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас