+24 °С
Ямғыр


-Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырып үтте. Юғары наградаға беҙҙең коллегабыҙ Илгиз Әбдрәшитов та лайыҡ булды.Илгиз Риза улын Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы исеме алыу менән ихлас ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Ижади уңыштар һәр саҡ юлдаш булһын!--тип яҙалар А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының интернеттағы социаль селтәрендә.