+24 °С
Ямғыр


Информатика буйынса Халыҡ-ара олимпиадаһында 90 илдән 355 ҡатнашыусы араһынан Ғимран АБДУЛЛИН беренсе башҡорт. Уның ата-әсәһе сығышы менән Әбйәлил районынан, әле Өфөлә йәшәйҙәр. Ә Ғимран Ҡазан ҡалаһында лицейҙа уҡый. 8-се класта уҡ Рәсәйҙең йәне теләгән юғары уҡыу йортона инеү хоҡуғы алған. Әле егет 10-сы класта белем ала. Күптән түгел Венгрияла үткән олимпиадала ҙур уңышҡа өлгәшеп, донъя чемпионы исемен яуланы. Афарин! Милләтебеҙҙең аҫыл улы үҫеп килә. Белемле, рухлы егет тәрбиәләгән ата-әсәһенә рәхмәт!
фото лицей-интернет битләүенән.