АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
28 Августа 2022, 09:30

Хәл белешеү үҙе ҙур сауап

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы менән Ленинград һәм Санкт-Петербург өлкәләре башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Ибраһимова Гөлназ Хәләф ҡыҙы(Сосновка ауылы ҡыҙы) Украинала махсус хәрби операция барышында яраланып, әлеге мәлдә Санкт - Петербург ҡалаһында госпиталдә дауаланыусы Ишмөхәмәт ауылы егете Баймөхәмәтов Рәил Ғилман улының хәлен барып белеште. Ауыр ваҡытта хәл белешеп, рухи яҡтан көс биреүҙәре өсөн етәксегә ҙур рәхмәт, ти ишмөхәмәттәр.

Хәл белешеү үҙе ҙур сауапХәл белешеү үҙе ҙур сауап
Хәл белешеү үҙе ҙур сауап

Шулай уҡ:
-Һәр кешегә иғтибарлы, ихтирамлы, кешелекле, ярҙамсыл булыуы өсөн Фәнис Ғәбдрәшит улына рәхмәт! Уға тынғыһыҙ эшендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!
Ауылдашыбыҙға тиҙерәк һауығып ғаиләһе, тыуған ауылына ҡайтыуын теләйбеҙ! Беҙ һине көтәбеҙ! - тип белдерә.

*

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас