АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Замандаш
2 Июля 2022, 14:00

Ҡалаға ярҙам итәләр

Бер нисә көн элек Сибай ҡала Советы депутаты Әхәт Асылбаев “Атайсал” проекты сиктәрендә “Ҡалаға ярҙам” акцияһы иғлан итеп, торлаҡ-коммуналь хужалығына бензин менән эшләүсе триммер бүләк иткәйне. Уның башланғысын депутат Роман Зәйҙуллин да эләкетереп алды һәм хужалыҡ етәксеһе Илгизә Яйыҡбаеваға шундай уҡ техника бүләк итте. -Урам һепереүселәрҙең эшен еңәләйтһен, сүп үләне сабыу анһат эш түгел, -- ти Роман Ринат улы.

Ҡалаға ярҙам итәләрҠалаға ярҙам итәләр
Ҡалаға ярҙам итәләр

Ул үҙ сиратында эстафетаны ҡала Советы депутаты Ратмир Ғөбәйҙуллинға тапшыра. Эшҡыуарҙар был саранан ситтә ҡалмаҫ тип ышанабыҙ!

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас