Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
30 Апрель 2022, 10:40

Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

 Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы алдынан республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Улар араһында яҡташыбыҙ, “Башҡорт шахта үтеү идаралығы” йәмғиәтендә хәүефһеҙлек һәм режим буйынса бүлектең инженер-инспекторы, “Барс” яугир-интернационалистар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәсүл Салауат улы Аманов та бар.

Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Сарала сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, торлаҡ-коммуналь һәм ауыл хужалығы, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идаралыҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрендә эшләгән 95 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Ысын күңелдән Рәсүл Амановты юғары наградаһы менән ҡотлайбыҙ!

Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Автор:Гульдар Кадаева