Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
3 Ноябрь 2021, 15:05

Лайыҡлылар бүләкләнде

Өфөлә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы саралар ойошторолдо.Республика аграрийҙарын һөнәри байрамы менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне, юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса Гостехнадзор инспекцияһы начальнигы Байрамғолов Булат Миҙхәт улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Лайыҡлылар бүләкләнде
Лайыҡлылар бүләкләнде

Был юғары наградаға ул агросәнәғәт комплексы өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн лайыҡ булды.

Мәғлүмәт һәм фото Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Ф.Әминевтың социаль селтәрҙәге сәхифәхенән алынды.

Автор:Гульдар Кадаева