Уҙған да ғына ғөмөр,ҡалған хәтер... (Бөтә оҡшашлыҡтар осраҡлы) Ауылдың төпкөл тип йөрөтөлгән урманын үтә сыҡтыниһәң,бәләкәс кенә тауға юлығырһың.Йәнтәл уның атамаһы.Ана шул тауҙың төнъяҡ бите яғында һирәк кенә үҫкән ҡайынлыҡтар уртаһынан тәрән булмаған шишмә ағып ятыр.Унда тумарҙар һәләк күп.Оҙон йәшел үләнле,әҙәм баштарына оҡшап торған тумарҙарҙың береһенән икенсеһенә,унан өсөнсөһөнә,ҡыҫҡаһы, тумарҙан тумарға һикереп бара торғас,йәшел генә сиҙәмгә килеп сығырһың. Ҡолас ташлап ,иркенләп ,тәгәрәп йөрөп,ҡыуанып ғүмер итә торған ер ул!Ожмах!Ҡаҙ-өйрәк көттинәһәң дә бик уңайлы ,малға ла иркенселек.Ҡапҡаңды астыңмы ,мал-тыуарың үҙе берләм һуҡмаҡҡа төшөп алып, үркәс-үркәс булып күгәреп ятҡан Ирәндеккә менә лә китә.Сыбыртҡыларға ла түгел. Мин был ауылға килен булып төшкәнемдә ошо сиҙәмдә халыҡтар бура күтәреп,мәж килеп яңы тормош төҙөйҙәр ине. Минең ҡайны-ҡәйнәләрем дә ҡарағайҙан өй күтәреп,башын шифер менән яптыртып ҡуйғайнылар.Тәҙрәләр ҙә уйылмаған ине әле ул ваҡытта. Үҙҙәре ауылдың ,,Ай-һайҙар”араһы тип йөрөтөлгән аҫҡы урамда,төпкөлгә яҡын ғына ерҙә башы ҡалай менән ябылған, иҫкерә төшкән бәләкәй өйҙә ғүмер һөрәләр ине. Мине ,йәп -йәш кенә кыҙ баланы әсә-атам кейәүгә биреп ебәрҙе. -Беҙҙең бөртөк кенә балабыҙ берәү өсөн ят булһа ла,беҙҙең өсөн ул хазина,байлығыбыҙ беҙҙең.Ҡыҙым беҙҙән һеҙгә аманат-мине оҙатҡан саҡта әсәйем кейәүенә шулай тине. -Бай дәүләтле,ҡағылмай,һуғылмай,аяҡтарығыҙҙа ныҡ баҫып йөрөгән ғаилә булығыҙ ,-әсәйемдең һүҙҙәрен ҡеүәтләп ,атайым ҡушылды. Күмәк балалы өйгә,бындағылар әйтмәксе,,ҡалаҡ батҡыһыҙ ғаиләгә“килен булып төштөм. Ҡәйнәм аяғым аҫтына эре биҙәкле ҙур яҫтыҡ ташланы: -Төклө аяғың менән,килен,бәхетең,бәрәкәтең артһын. Билемә уратылған төҫлө таҫманы өс бикәсемдең иң олоһо оялып ҡына сисеп алды. Ҡәйнәм үҙенең ҡатнашҡандарын,күрше- күләндәге ҡатындарҙы килен сәйенә йыйып, боһорап торған самауырҙан сәйнүккә һыу ағыҙғанында ,табын тирәләй гөж килеп ултырған ҡатындарҙың һүҙен бүлеп , ,,шөкөр,киленле булдым,инде тур-башты иртән үк киленгә тапшырам,тип маһайыңҡырап ултырһа ла,түрбашын миңә бирмәне.Ҡара ҡаҙаны менән икмәк һалған лисен ҡыҙғанғандан түгел.Мине ҡыҙғанғандыр,күрәһең. ************************** Ситке өй,төпкө өй тип атала бындағы алты мөйөшлө өйҙөң бүлмәләре.Ике бүлмәлә лә ике оҙон урындыҡ.Урындыҡ өҫтәрендә ,өрлөккә ҡатылған ҙур сөйҙәргә урҙа эленгән.Урҙаға ҡыҙҙаҙың күлдәктәре лә малайҙарҙың салбарҙары ла,ҡайнымдың ҡара кәстүме лә ,ҡәҙергә кейеп сыға торған затлыраҡ күлдәк,дебет шәл,яулыҡ,таҫтамалдар бөтәһе лә аралашып эленгән. Кәртә-ҡураға малды бикләп,эште теүәлләп,ситке өйҙөң урындығында ашъяулыҡты туңәрәтеп ултырып киске аш менән һыйланғас,йоҡларға әҙерләнә башланыҡ. Ҡәйнәм төпкө бүлмәнең урындығының бер яҡ ситенә беҙгә урын түшәп,шаршауын тартты ла, урындыҡтың икенсе яғына өс ҡыҙға ҡаралды түшәне,тағы өс малайға мейес буйына,иҙәнгә урын йәйҙе.Үҙҙәре ситке яҡтағы урындыҡта бәләкәстәрен урталарына алып, ятып киттеләр.Кинйәбайҙары дүрте менән бара . Ҡәйнәм шул кинйәкәүенә һаман сәмгелдәк көйөн мөңрәп ,тупылдатып һөйөп йоҡлата ине. Ҡайны-ҡәйнә йортондағы беренсе көнөм!Кисем!Төнөм! **************************** Беҙ тиҙ генә башҡаланманыҡ.Ҡайны-ҡәйнәмдәр менән бергә йәшәп ятыу.Ирем тракторҙа эшләгәс,иртәнсәктән кискә тиклем ҡырҙа,мин таш магазинға терәлеп торған лареккка һатыусы булып индем. Ҡайным һарыҡ көтөүсеһе.Чабан.Минең иптәшемә етәгеһе ике ҡәйнешем фермала малсылар.Ҡәйнәм түрбаштан бушамай.Көнөнә ике лис икмәк һалып ала.Беренсе лисен мейестән сығарып алыуға ,оло табаҡҡа баҫҡан ҡамыры ҡалҡып китә,уныһын тасҡай һала ла,мейескә яңынан ут яға .Ғаилә ишле,малайҙар тамаҡҡа талымһыҙ. Ҡыштың башы ине.Аҡ ҡына булып һыҙылып ҡына таң атып килә.Ҡәйнәмдәр уянып,иҙәнде шығырлатып атлап йөрөүҙәренә беҙ ҙә уянабыҙ,иҙәндә ятҡан ҡәйнештәр ҙә ырғып тороп ,атайҙары менән мал тәрбиәләргә сығып китәләр.Ҡыҙҙарға - мәктәпкә .Улары сыр-сыу килеп йә тараҡ,йә ҡәләм-дәфтәр эҙләй башлайҙар.Шунан ҡайһы аяғөҫтө,ҡайһы урындыҡ ситендә генә сүкәйеп сәй һемерәләр ҙә ,мәктәпкә югерәләр.Кинйәкәү генә ирендәрен супылдатып,ҡолас ташлап йоҡлап ятып ҡала. -Килен,бөгөн һуғым ашатырбыҙ,күрше-күләнгә кисә үк йөрөп әйтеп сыҡтым,туғандарҙы йыйып алырбыҙ.Һин ларегыңдан мулыраҡ итеп кәмфит ,пишинйә үлсәп алып ҡайтырһың. Түрбашҡа ярҙамға Бәҙриҡәмәр апайға әйтәм,ҡайныңдан ит боҙҙорормон хәҙер,-ҡәйнәм өтәләнеп йөрөп ҡалды,мин эшемә югерҙем. Ап-аҡ ҡарҙар яуып,көндәр шаҡ ҡатырып һалҡынайтһа өй һайын һуғым һуйыуҙар,эсәк арытыу,ҡарын-күҙҙекәс ҡырыуҙар,тултырма тултырыу,тояҡ өтөүҙәр,ҡыҫҡаһы,һуғым мәжлестәренә әҙерлек башлана.Ул оло бер байрам бит ул беҙҙә.Табындар мул була ,ҡунаҡтар күп саҡырыла:уйын -көлкө,һый -хөрмәт,йыр-моңло мәжлес! Яҡын туғандарың ,ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың ғына түгел,ут күршеләрең-һинең иң дәрәжәле ,абруйлы,ҡәҙерле ҡунаҡтар иҫәбенә инә. Ул күршеләрең усаҡ өсөн тере ҡуҙ ғына биреүсе түгел ,улар йөрәгеңде дөрләтерлек ут ,ҡот өләшеүсе иң-иң изге йән эйәләре! Көн кискә ауып,урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйелеп,ҡунаҡтарҙы көтөп, түрбашта мәж килеп йөрөй инек.Ҡайным тирләп-бешеп ҡаҙандан ит һоҫоп алып торған ҡәйнәм эргәһенә килеп былай тип һүҙ ҡушты. -Баҙыян,мәжлескә Гөлйыһанды ла алайыҡ. -Атаҡ...-ҡәйнәмдең ҡулынан оло табағы төшөп китә яҙҙы-Юҡ,,мин үлгәс, ...Саҡырырһың...Яңы өйөңдөң иң түренә мендереп ултыртырһың ... -Баҙыян,минең сабырлыҡты һынауыңмы?Ризамын тигән-ҡайным түрбаш менән ишек араһында үрле -ҡырлы кәлеп һала башланы -Туҡта...Башлама яңынан.Үтенәм.Ҡунаҡтар килер алдынан кәйефте боҙма...Йөрәгемде тулатма! -Баҙыян,ризалығыңды бир.Икенсе ҡатынлыҡҡа алам Гөлйыһанды,ризалығыңды бир...-ҡайным ҡәйнәмдең ҡулынан итле табаҡты тартып алып,Бәҙриҡәмәр инәйгә тотторҙо ла,ҡәйнәмде үҙенә табан әйләндерҙе,-Баҙыян,ҡунаҡтарым алдында ниәтемде әйтмәксемен,Мәндәғол ҡартҡа ла аңғарттым,никах уҡып китер бер ыңғайҙан. Шайморат,килендән,улдарыңдан оялыр инең,исмаһам.Улар менән уҙышмаҡсыһыңмы?Дүрт улыңды башлы-күҙле итәһең бар,-ҡәйнәм ҡаты итеп әйтте,-ниндәй бисә алыу?Оял! -Оялмайым,Баҙыян.Яратам уны...Яратам..үлеп яратам... Бәҙриҡәмәр инәй ҡайнымдың һүҙен бүлде. -Ҡуй,мәжлес йәмен ебәреп,бер-берегеҙҙең йөҙөнән алмағыҙ...Шайморат,Баҙыяныңды аяһаңсы.Ана, күршеләрең йыйыла башланы ,соланда ҡаптырҙашалар түгелме? Ҡәйнәм урындыҡ ситенә саҡ барып ултырҙы,йөҙөн устары менән япты.Уның яурындары ҡалтырайҙар ине. -Өйләнәм ти ҙә ҡалаһың...Гөлйыһан һиңә килергә ризамы һуң? -Бөгөн һорармын ризалығын.Йәмәғәт алдында. -Бөгөн түгел,бабай.Бүтән ваҡытта ,мин әҙер түгелмен...Унан Гөлйыһанды ла халыҡ алдында уңайһыҙ хәлгә ҡуйырһың.Бүтән ваҡытҡа ҡалдыр. -Ҡасан...-ҡайным оторо ярһыны. Ҡәйнәм бүтән өндәшмәне. Мин бер ҡәйнәмә,бер ҡайныма ҡарағанмын да ҡатып ҡалғанмын.Минең өсөн ҡарт,оло булып тойолған ҡайнымдың яратам тип тороуы аҡылыма һыйырлыҡ ғәмәл түгел ине! Ул арала әбейен эйәртеп ,көләмәйҙәп Мәндәғол мулла килеп инде. -Әссәләмәғәләйкүүүм,,һау тороп ятаһығыҙмы,Баҙыян килен,Шайморат ҡусты?! Ҡайным ҡунағына ҡаршы атланы. -Баҙыян киленең риза түгел,ағай,-ҡайным Мәндәғол ҡарттың тунын систереп элгәнендә шулай тип шыбырҙаны. Берәм-һәрәм ҡунаҡтар йыйылыша башланылар,таяҡҡа таянған ҡарттар ҙа,биләүҙәге балларын сәмгелдәге менән ҡуша күтәргән кейәү менән ҡыҙ,һылыу ғына ҡатындарын эйәрткән баштары өрлөккә етә яҙып торған бәһлеүән ағайҙар ,биҙәктәре күҙ яуын алып торған шәлдәр бөркәнгән инәйҙәр. Ҡәҙерле ҡунаҡтар табын тирәләй ултырышып, бишбармаҡ менән һыйландылар,ҡоротло һурпа менән хушһындылар,мәрәкәләшеп,көлөшәп күңел астылар,ҡурай тарттылар,йырланылар: Алтын ғына балдаҡ,ҡушалы һабаҡ. Ергәлә генә төшһә табылмай! Уҙған да ғына ғүмер,ҡалған хәтер Һатып алам тиһәң дә табылмай! Үәй.Үәй.Үәй... Оҙон йырҙарҙы төртмә таҡмаҡтар алмаштырҙы. Сәй эскеләрең киләме Ит ашағың киләме? Ҡымыҙ эсеп ,ҡыҙара бүртеп Ҡыҙҙар һөйгөң киләме?-таҡмаҡсыһы мәрәкәләп ҡайнымдың бөйөрөнә төртөп ебәрҙе. Ҡайным да,ҡунаҡтар ҙа кеткелдеге сығып көлөштөләр. -Йә ,булмаһа,бер һелкенешеп алайыҡ.Ағай ,мә,һин хәҙер ҡурайыңда һыҙҙырып уйнап ебәр. -Йә,һинең ҡурайыңда нисек бейей икән еңгәһе! -Булдырабыҙ уны.Ике еңгәңде бейетерлек көс-ҡеүәт бар әле күкрәктә!-ҡайным йоҙроғо менән түшенә ҡаты итеп һуғып ебәрҙе-Еңгәләрегеҙҙе түгел,нимес эттәрен эҫе табала ҡурҙаҡ урынына бейетеп ҡайтҡан ағағыҙ! Ҡайным өҙҙөрөп ҡурайында уйнаны.Өй эсе сихри моңға сорналды.Йөрәктәргә тыныслыҡ,йөҙҙәребеҙгә яҡты нур бөрктөмө ни ҡурай моңо! Ә ҡәйнәмсе!Ҡайнымдың ҡурайына һалмаҡ ҡына итеп бейеп тә китте...Уның йөҙө балҡыны,кәүҙәһе һомғолланды.Сөңгөлдәргә осорға әҙерләнгән инә ыласын һымаҡ берсә талпынды,берсә кәйпелеп кенә ергә ҡунды. Таң ҡалмалы ! *********************************** Мәжлес тамам булып,ҡунаҡтарҙы оҙатҡас, ҡайным урҙала эленеп торған кейемдәрен тоҡҡа тултырып алды, атын егеп ауылдан сығып китте.Аҫҡурамдың эттәре ауылды сығып киткәнсә ылауҙы абалап оҙатып барҙылар.Ирем,ҡәйнештәрем,бикәстәрем йоҡлап киттеләр.Мин түрбашта сынаяҡтар йыуа инем. -Ҡуй,килен,иртән йыуырбыҙ,ул туҫтаҡтар ҡайның артынан ҡасып бараларҙыр шул?Былай ҙа таң һыҙылғандан аяғөҫтөһөң. Мин утты һүндерҙем дә ,ҡараңғыла һәрмәнеп барып түшәккә ауҙым. Өй эсе тын.Ҡәйнәм генә тынлыҡты боҙоп ауыр итеп көрһөнөп ҡуя ине. Әҙәмдең йәне ней ҡоролом таҙа,ниәте ней ҡоролом йомшаҡ булһа ,уның ғүмер юлы шул ҡоролом ауыр һынауҙар менән киләлер. Хоҙай Тәғәлә яратҡан бәндәһенә сабырлыҡты күберәк йөкмәтәлер.Ҡәйнәм иңдәренә төшкәндең барыһын да күтәрҙе.Күркәм сабырлыҡ менән.Тешен ҡыҫып.Илар саҡта көлдө,ҡолар саҡта турайып баҫты. Ярһып,шашып ергә йәмле яҙҙар килде.Мин ирем менән ҡәйнәмдәргә ҡаршы ғына торған бәләкәс кенә йортҡа күсеп сыҡтыҡ.Ҡайным һарыҡтары менән Яланғаскүлгә күсеп килеп,ҡыуышта йәшәй башланы.Ҡәйнәм көн дә икмәк бешерә.Бешерә лә балларының береһе аша ҡайныма эҫе икмәк ебәрә ине. ,,Минән биҙҙе ҡайның,баллары атаһынан,атаһы балларҙан биҙмәһен ,һыуынмаһындар,,-тигән булды. Май айында иремә етәрәк ҡәйнешем Иштуғанға военкоматтан ,,отправка”килде. Ҡайныма ҡәйнәм иртүк сапҡын ебәргән ине.Атын ҡара тиргә төшөрөп туҡмап ҡайтып ингән ҡайнымды ҡапҡа алдына йыйылған халыҡ геү килеп ҡаршы алды. Бал һемереп ҡыҙмаса булып алған Ҡыҙыл буйынан килгән ҡайнаға бер ҡулы менән аттың теҙгененә йәбеште лә икенсе ҡулы менән эйәр өҫтөндә ултырған ҡайнымды гөрһөлдәтеп ҡара тупраҡҡа һөйрәтеп төшөрҙө.Ҡайным ергәйөҙтүбән барып төштө . Ҡаршылағы өйҙән күнәккә ҡайнар һурпа ҡутарып алып,ҡәйнәмдәр урамына инеп кенә тора инем был мәлдә.Ҡайным менән ҡайнаға ер өҫтөндә айпалашып алып киттеләр:берсә ҡайным өҫкә ҡалҡып килеп сыға,йә ҡайнаға еҙнәһенең өҫтөнә менеп ултырып,башын йоҙроғо менән төйгөсләй башлай.Һалдат оҙатырға килгән халыҡ шәм һымаҡ баҫҡан да ҡатҡандар. Иштуған ҡәйнеш илай.Ҡәйнәм улын йыуата,мәхшәр китте. Ә был мәлдә ҡайнымдың һеңлеһе Муйылбикә апай келәт ишеген ҙур итеп асып ҡуйған да, тимер мискәнән борҡолдоғо сығарып киндер тоҡҡа он тултыра ине.Ҡысҡырыш башланғас,өҫтө -башы онға буялған Муйылбикә апай ҙа осоп-ҡунып ,,көрәшселәр” эргәһенә килеп баҫты: -Үлтерешәләр!!!Милиция!!! Ул ҡатын-ҡыҙ сырылдаша. Һурпалы күнәгемде бисәләрҙең береһенә тотторғанмын да ҡайнаға менән ҡайным араһына барып ингәнмен. -Ҡайнаға,ҡайным,туҡтағыҙ ,үлтерешеп бөтәһегеҙ бит.Ҡайнаға,имен сағығыҙҙа ҡайтығыҙ!-ҡайҙан килгәндер миңә ул ҡыйыулыҡ,көс -ҡәүәт!Үҙем ҡысҡырып илайым.Тимербулат ҡайнаға ҡайнымдың муйынына батырған ҡыпһыуырҙай бармаҡтарын бушатты.Аяғүрә баҫып лыс тупраҡ булған кейемен ҡаҡҡысланы ла,машинаһын үкертеп ауылды сығып китте.Ҡайным атына һеләүһендәй ырғып менде лә ,машинаны ҡыуып сабып китте. -Атааай!-Иштуған атаһының артынан һөрәнләп йүгереп сыҡты. Мин мәж килгән халыҡтар уртаһында сәсем-башым туҙған килеш илап ултырып ҡалдым. Кис ҡәйнәм беҙгә инде.Йөрәген семетеп-семетеп торған уйҙарын яҙырға,таратырға инеп ултырыуы инде. -Баллар,ғүмерҙең ҡыҙығы шул бит ул.Ҡағылып,һуғылып йөрөп,берәй көн килеп,мең-мең бәләләрҙән үттем,улдарымды ир еткерҙем,ҡыҙҙарымды буй еткерҙем,балларымдың балларын һөйҙөм тип ,ҡыуанып, иҫкә алыу мәлдәре булыу.Килен,шул көндәрҙе күрерменме икән? -йөҙө уйсан ине үҙенең. -Күреүгә яҙһын,ҡәйнәм-башҡа йыуатыу һүҙе тапманым.Мин ,ғөмүмән ололарҙы йыуата белмәйем икән. Сулпан Әбрәхимова.