Йөрәгең тибеүҙән туҡтап, тәнең хәрәкәтһеҙ ҡалһа ла, һин беҙгә әле үлмәгән инең. Яҡын кешеләренән берәүһе эшләргә тейешле ғәмәл булғанғамылыр, соҡорға лехетеңде ябырға ҡустың төштө. Әсәйең, хәлһеҙләнеп, ҡулдары менән йөҙөн ҡапланы. Беҙҙә, башҡорттарҙа, мәйет алдында ҡысҡырып илау ярамай. Атайың күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап торҙо. Ҡустыңдың йөҙөндә – ҡап-ҡара шәүлә. Ҡалай ирҙәрсә күтәрә ул был ҡайғыны. Һинән, минән бер генә йәшкә кесерәк булһа ла, әсәйегеҙ өсөн дә йөрәге өҙөлә, һине ғүмерлеккә ошо соҡорға бикләйәсәген уйлап, йәне телгеләнә микән? “Сыҡ, сыҡ инде, нимәһен ҡыландырып шунда”, – тип шаулашты ололар. Соҡорға төшкән икенсе берәү йәһәт кенә күтәрелде лә китте, ә ҡустың, буйға бәләкәйерәк инеме, әллә ҡаушап, аптыраулы ҡарап туҡтаны. Шул мәлдә унан күҙен алмай күҙәткән атай кеше уға ҡул һуҙҙы. Ҡустың уның ҡулына һирпелеп кенә ҡараны ла, йән асыу менән бер һикереүҙә ҡәберҙән сығып, халыҡ араһына инеп юғалды. Өҫтөңә тупраҡ яптыҡ. Беренсе тапҡыр усымды уның өтөп, көйҙөрөп алыуын тойҙом. Класташ ҡыҙҙар менән илашып күҙҙәр шешенеп бөттө. Зыяраттан нисек ҡайтҡанды, кешеләрҙең йөҙөн, һүҙҙәрен асыҡ хәтерләмәйем. Тик ошо ҡотһоҙ, шыҡһыҙ көн мәңгегә хәтеремә уйылды. Һалҡын таш, боҙ киҫәге булып йөрәгемә инеп ятты. ...Бығаса ошо таш гел минең менән булды. Ваҡыт-ваҡыты менән һине иҫләп ала инем мин. Гел күҙәтеп, һаҡсыл ҡарашың менән ҡарап тораһың кеүек ине. Иҫләйһеңме, икебеҙ бер малайға ғашиҡ инек. Хәйер, был хаҡта һин белмәнең. Уға ҡарата тәүге һөйөү хистәре уянғанын кешеләрҙән түгел, үҙемдән йәшерҙем. Уның ҡарашынан ҡанаттар үҫкәненән, уның хаҡында күберәк белеүҙән донъям яҡтырғанынан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкин түгел кеүек ине ул саҡта миңә. Бер көндө алмағас төбөндә һөйләшеп ултырғанда һин сереңде систең. Уның исемен һинең ирендәреңдең ҡабатлауын ишетеп, мин тертләп киттем. Йәнем тоноп, бәләкәсәйеп ҡалғандай булды. Ысынлап та, уны яратмаҫлыҡ түгел ине шул! Әммә һиңә үҙемдең серемде асманым. Һинең өрфөйә хистәреңә күләгә булырға теләмәнем. Мин дә бит уны, һинең кеүек, ситтән күҙәтеүсе генә инем. Һинең дә уның хаҡтағы хәбәрҙәрең: “Ул минең яҡҡа шундай итеп ҡараны!... Йөрәк урынынан ҡупты!” – тигәнерәк хәбәрҙәрҙән ары китмәне. Иманым камил, ул һине яратыр ине. Сөнки һин дә ҡашыҡҡа һалып йотмалы ғына булып өлгөрөп килә инең. Ә миңә килгәндә? Минең хыялым елкәндәре дауыл, асыҡ океан көҫәне. Юҡ, һин икенсе үлсәмгә күскәс, уны үҙемә ҡаратырлыҡ көс тә тоя инем. Һис юғында бит уны ла шул океанға алып сығып була ине? Һине уйлап баҙап ҡалдым. Бәлки, шул алма ағасы төбөндә ултырғанда, уйнап ҡына булһа ла: “Эх, миңә лә ул оҡшай шул!” – тигәнерәк һүҙ ысҡындырһам да был хәтлем һинең өлөшөңә төшкән кеүек булмаҫ ине. Былай ҙа һин һуламай киткән һауа, һин күрмәй киткән көндәр, һин эсә алмай киткән һыуҙар беҙгә яҙған. Ә һинең тәүге хистәреңде ҡуҙғатыусы, һине уятыусы миңә яҙыҡ кеүек тойолодо. Һинең хәтереңә хыянат кеүек ине уны артабан яратыу. Уның донъяһында пәйҙә булырға, битарафлыҡ быялаһын онтарға йөрьәт итмәнем. Әммә ниндәйҙер ҡыймылдау ишараты булды бит. Күңелем һағыныуҙан ярылған бер мәлдә уға хат юлланым. Тик исемемде яҙманым. Сәләмде ебәргәс, рәхәт булып ҡалды. Донъяла уны яратҡан, уны йәндәй күргән берәү барлығын белергә уның да хаҡ бар бит! Ләкин был хатҡа мин яуап көтмәнем. Шулай итеп мин уға ҡарата хистәрҙе төбө-тамыры менән алып ташларға ҡарар итәм. Ул да һүнә. Һинең хаҡыңа күңелемде йылытып торған, ҙур океанға юл күрһәтеп, саҡырып торған маяҡты һүндерәм. Ҡалһын. Үҫмер саҡтың бер иҫтәлеге, шаңдағы булып ҡалһын. Әммә хистәрҙе шулай рәхәт кенә итеп һүндереп булһа икән. Уны күңелемдә ерләр өсөн бик күп йылдар кәрәгер. Үҫмер саҡтың бер яҡты нуры, күңелдең тәүге тетрәнеүе, осошо булып ул да йөрәгемә мәңгелеккә бикләнә. Әммә ваҡыт-ваҡыты менән ул да ҡалҡып сығыусан. Онотолмай. Әммә ул да – мәңгелеккә күскән. Аллаһы Тәғәлә кеше белергә тейешле серҙе барыбер аса. Ул хатты тап минең яҙыуым хаҡында уға мәғлүм булған. Әммә үткәндәрҙең шаңдағы кемгә кәрәк? Бәлки, минең кеүек хыялый кешегә генә ул ҡыҙыҡтыр. “...Хеҙмәт иткәндә алған ул хат бик серле һәм тылсымлы хат булып сыҡты. Һәр һүҙе артында – наҙ, яратыу. Мин уның хаҡында байтаҡ хыялланып йөрөнөм. Кем икән ул? Ниндәй икән ул минең күңелде күккә сөйөрлөк һүҙҙәр яҙған ҡыҙ? Хатты түш кеҫәмдә йөрөттөм. Уҡый-уҡый ылйыратып, туҙҙырып бөтөрҙөм. Өфө штапмы һуғылғас, хеҙмәтемде тултырып ҡайтып барғанда, ул ҡыҙыҡайҙы осратмаммы тигән кеүек, баш ҡала урамдары буйлап үттем. Гөжләп торған миллионлы ҡалала табырһың тапмай ни! Мин ул хыялдан яйлап төңөлдөм. Аҙаҡ күрше ҡыҙына өйләндем. Ул миңә алмалай өс бала тапты. Уны яратам!” – был сәләм дә минең Йыһанға ебәрелгән һорауыма яуап рәүешендә шаңдап килеп етте. Бик ҡәтғи яуап. Хыялдар менән йәшәмәҫкә яһалған ишара. Бәлки, шулайҙыр. Ә йән? Ул бит мәңгелек! Бәлки был осошта беҙ бер-беребеҙгә Һаҡ менән Суҡ булып йәшәргә яҙған йәндәрҙер? Әммә мин уны таныным бит, ул да мине таныған. Тик аймылыш! Йән мәңгелек тигән үлсәмдә Йыһандың яуабы шул. Әммә ошо йәнгә оҡшаш башҡа йәндәр бар. Минең сәйәхәтем дауам ғына итә. Күңелемде нур итеп баҙлатыр, уның биҙәктәрен баҙығайтыр, хистәремде сәселдереп яраттырыр йәрем уға ғына оҡшағандыр. Был аймылыш- ҡыйралыштар юҡҡа түгел бит ул. Һәр кемдең ерҙә өлөшөнә төшкән көмөшө бар. Һәм... бер нәмәнең дә булмауы ла бар... Барыһы ла Хоҙай Тәғәнең ихтыярында. Ғазап та, тоҡто тишер беҙ кеүек, кешеләрҙән уны һис йәшереп булмай, ҡасандыр бер барыбер төртөп килеп сыға. Бөгөн мин һине ерләйем. Унан алда, йөк итеп, күңелемдә нимәләрҙе йөрөттөм икән, асып, сәтләүекте ярған кеүек онтайым, елгә елгәрәм. Атайың... Бөҙрә сәсле, асыҡ сырайлы, оҙон буйлы. Әсәйең дә ҡасандыр һылыуҙарҙың-һылыуы булған. Сибәрлегең – икеһенән дә. Ҡәҙерле, көтөп алынған бала булыуыңды үҙең һөйләгәйнең. Атайың ҡыуанысынан кемгәлер илап һөйләгән. Инәй, ҡыҙым тыуҙы, ошо беләгем буйы хәтле генә. Кеше шулай бәләкәй генә булып тыуа микән һуң, шул йән эйәһе ҙурайып, әҙәм булып китер микән? – тигәнен әлеңге инәй һуңынан үҙеңә илап һөйләгән. Атайыңа ҡарата хөкөмөңдө йомшартырға уйланғанмылыр, әллә һинең шулай өлкән ҡыҙ булып етеүеңә ҡыуаныуы булғанмылыр ул күҙ йәштәре. Ҡатыраҡ булһаң, булдың, тик кешеләрҙе хөкөм итмәй инең. Атайыңа яза, иң ауыр яза – һинең үлемең булғандыр һәм ҡустыңдың уның күмәк кеше алдында һонолған ҡулын күрмәмешкә һалышыуы... Төндәрен ауылдың урамын ҡыҙырып, һөйләшеп йөрөү, көндөҙөрәк килһәң, баҡсаға инеп ләпелдәп ултырыуҙар... Нимә тураһында һөйләшкәнбеҙҙер? Мин һиңә ҡалын дәфтәремә ваҡ, тигеҙ хәрефтәр менән теҙеп яҙылған шиғырҙарымды уҡый инем. Төйөрлө ҡоймаҡтар кеүек сейле-бешлерәк булһа ла, яндырай ихласлығы менән улар хәҙер үҙемә лә оҡшай. Һин дә ихлас тыңлай инең уларҙы. Үҙемә хөкөмдө үҙем сығара барам. Оҫталыҡ етешмәүен үҙем дә тоям шул. Ә һин өндәшмәйһең, иң мөһиме, минең бик мөһим, ҡыҙыҡлы ижад эшенә тотоноуым һиндә миңә ҡарата хөрмәт уята. Аҡыллы ҡарашыңдан мин нимә әйтереңде тоям кеүек. ...10 класты тамамлағас, беҙҙе, үҫмер ҡыҙҙарҙы, һыйыр һауырға йәйләүгә эшкә ебәрҙеләр. Миңә нисектер, һыйыр төркөмө етмәй ҡалды. Әсәйем дә, бер ҡайҙа ла йөрөмәйһең, өйҙә эш күп, тип ҡырт киҫте. Ярты айҙан ашыу ҡыҙыу июнь ҡояшынан өтөлөп сөгөлдөр, картуф утағандан һуң, ниндәйҙер һауынсыны алмаштырырға кәрәк булды. Әсәйҙе лә яйлап күндерҙем. Йәй эшләгән ҡыҙҙарҙы Ленинградҡа путевка менән бүләкләйәсәктәрен әйтеп, күңелгә ойотҡо һалып ҡуйғайнылар шул! Бер ай самаһы гуртта эшләп, тәжрибә тупланым. Һағынып иҫләйем шул айымдың иртәләрен, Айыстандың серле төндәрен! Егерме көнләп үҙемдән олораҡ ҡыҙҙар менән эшләп, класташ ҡыҙҙарҙы һағынырға өлгөргәйнем. Өҫкө гуртта ла ял итергә теләүсе бар тигәс, ҡыҙҙарыма осоп барып еттем. Бында, Ҡарағайҙа, тәбиғәт тә ҡырыҫыраҡ, шарттар ҙа насар. Һөттө лә әллә ҡайҙа көйәнтә менән ташыйҙар. Бидон ҡапҡастары ла, Аллам һаҡлаһын. Әллә һыйырҙар мине шул хәтлем ятһына, күптәр үҙҙәре, төркөм эсендә –35! Һис өлгөрмәйем, ҡабаланып бедон ҡапҡасын йән көскә тартыуым булды, күҙгә уттар күренде. Бармағым өҙөлдө тип торам. Күҙемдән йәштәрем атылды! Бармағым ҡыҫылған ыңғайға тырнағым ҡуша килеп сыҡты! Ҡан субырлап аға. Һыҙлауға ла түҙеп булмай, йән дә әсей. “Эшкинмәгән, берәүҙе ышандырып ҡайтарып ебәр ҙә! ” – тип тә үҙемде битәрләйем. Етмәһә, шул көндә мин – дежур. Шаңды йыуып, һыйыр һауыу аппаратын таҙалап түңкәреп ҡуйырға тейешмен. Һөт еҫе яман була. Ҡулымды бәйләп аҫҡа, йылға буйына төшөүгә, эшеңде алдараҡ тамамлаған һин миңә ярҙам итергә була ул эштәрҙе башҡарып та ҡуйғанһың икән. Төнө буйы буҙлап һыҙланып сыҡҡан мин, ҡайҙа ул эшкә сығыу, иртән һөт алырға килгән машинаға ултырып ҡайтып киттем. Баш бер тығылғас, сығырмын тимә, бармаҡ уңалып бөтөр-бөтмәҫтән өҫкө гуртҡа кире саҡырып алдылар. Кемдер ауырып киткәйне, имеш. Шунан, аяҙ көндө йәшен атҡандай, һинең үлем хәбәрең килде. Көнө буйы буҫлығып илап яттым. Кискә тере икәнлегеңде, тик ауыр хәлдә дауаханаға алып китеүҙәрен әйттеләр. Баҡтиһәң, талпан ҡаҙалған да, шул ағыулы булып сыҡҡан. Ҡаның буйлап таралған. Тәнеңде фалиж һуҡҡан икән. Әммә һин ышаныслы ҡулдарҙа, йүнәлеп сығыр, тип мине әүрәттеләр. Йөрәккә шом ятты шулай ҙа. Бер аҙҙан беҙгә лә ҡайтырға ваҡыт етте. Ул ваҡытҡа һине лә дауахананан сыҡҡан, тинеләр. Өйөгөҙгә хәлеңде белергә йүгерҙем. Ҡосаҡлашып күрештек. Күҙҙәреңдең нуры һүнгән кеүек. Мин илап ебәргән булдым. “Оҙаҡ йәшәрһең, Алла бирһә”, – тинем, ҡапыл бирешеүемә оялыуҙан йәштәремде һыпыра һалып ташлап. Ә һин тыйнаҡ ҡына йылмайып ҡуяһың. Урындыҡҡа ултырып сәй эсәбеҙ. Һаман да ҡолағымда сыңлап тора һымаҡ: “Ышанаһыңмы, юҡмы, кәсә тоторға ла хәлем юҡ...” Ниндәй һүҙҙәр әйтеп йыуатҡанмындыр, күңелең күтәрелеп киткәндәй булды мине күргәс. ...Ул ваҡиға ла яйлап онотола төштө. Дауаханаларға йыш йөрөүеңде, һурылып, ябығып китеүеңде иҫәпкә алмағанда, хәлең һәйбәт, хатта матурайып киттең, өрөп кенә йотмалы ҡыҙға әйләндең. Әсәйең өҫтөңә матур-матур әйберҙәр алып кейҙерҙе. Халыҡ әйтмәйшләй, мировой ҡатын ине бит ул Зөлфиә апай! Ирһеҙ ҙә өй һалып инде. Һиңә икенсегә ҡусты алып ҡайтты. Ауылда гөж килделәр ҙә шымдылар. Атайың менән йәш саҡтарыңда уҡ айырылышҡандар икән. Унан берәй ярҙам булдымы икән балаларына? Күрше генә ауылда йәшәһә лә, яңы ғаиләһе бар, уны ла аңларға була. Көҙҙөң һуңғы айында беҙҙе Ленинградҡа путевка менән бүләкләнеләр. Ә һин дауаханала ҡалдың... Түшәмгә ҡарап оҙаҡ уйланып ятҡанһыңдыр. Тормош, кеше ғүмере, үлем тураһында уйланған һиңә беҙ, һабаҡташтарың, ғәмһеҙерәк тә булып күренгәнбеҙҙер. Табиптарға барып эләккәс, әҙ генә дауаланып алырһың да, йүнәлеп сығырһың кеүек инең. Үлерһең тип берәүҙең дә башына килмәгәндер. Шулай ҡыш үтте, яҙ ҙа етте. Беҙ, мәктәп тамамларға тейешле балалар, юғары уҡыу йортона уҡырға инеү хаҡында хыялланабыҙ. Ярыша-ярыша мәсьәләләр сисәбеҙ, иншалар яҙабыҙ. Кесаҙна көнө таҡтала мәсьәләләр сисеп, “5” алып ултырҙың, иртәгәһенә һине тиҙ ярҙамда дауаханаға алып китерҙәрен белдек микән? Әсәйең һине ҡалдырып ҡайтып киткән. Ул төндә һыйырҙарығыҙ үкергән, этегеҙ олоған, төнөн тышҡа сығып ҡарап тора торған йондоҙоң атылған, ғүмер ебең өҙөлгән. “Үлгәндә лә бер үҙе булған, түшәмгә генә ҡарап ятып үлде микән?” – тип илай ине бер ҡыҙыбыҙ. ...Ул шомло көндә мәктәп коридоры тып-тын ине. Яҡтыртылмаған класҡа инәм. Ҡыҙҙар бер ергә өйөлөшкән. Егеттәр юҡ. Класс шундай ҡотһоҙ. Кемдер эргәмә килә. Мөйөштә кемдер ҡысҡырып илап ебәрә. Тетрәнеүем, ҡурҡыуым мине сүп кеүек йөрөтә, баҫып китә, мин кинәт ҡалҡып килеп сығам. Мәғәнәһеҙлек йота. Мәңгелектәр менән бәхәскә инәм. Беҙ барыбеҙ ҙә үҙебеҙ түгел хәҙер. Беҙ – ҡәберлек. Ә кемдә ул юҡ – йөрәгендә ғәмһеҙлек ояһы. Һәр хәлдә саманы юғалтмаҫҡа кәрәк. Ғазап бит ул – осло беҙ кеүек... Бер йәнде ялмаһа, тишеп сыҡмай ҡалмай. Уны йәшереп булмай. ...Бөгөн һине ипләп кенә ҡәбереңә һалам. Күҙ йәштәрем кипкән. Һин дә, бөрөшкән япраҡ кеүек, бәләкәсәйгәнһең, хәтеремдән юйылаһың. Хәҙер һин – нур. Күңелем төпкөлдәрен яҡтыртып тороусы бер нескә генә нур. Йәнең ожмахталыр, тием. Һин йәшәй алмай ҙа киттең. Беҙҙең кеүек хыянат ғазаптарын кисермәнең, ғәзиз әсәйеңде ҡәбергә һалыу әсеһен татыманың. Һин иң шәп егетте ғашиҡ иттергән самими бер ҡыҙсыҡ булып ҡалдың. Эйе, булды ундай хәл. Ҡыҙҙар күрергә тип, беҙ ырҙан тамағында эшләгәндә, немец ауылынан егеттәр килгәйне. Берәүһе сей һары сәсле, күҙҙәре зәп-зәңгәр күк төҫлө. Үҙенә тура ҡарамаҫ инем. Беҙ, үҫмер ҡыҙҙар, был егеттәрҙе ярыҡтан ғына күҙәтеп торғаныбыҙ иҫемдә. Шул егет һине оҡшатҡан, имеш! Һинең ерән тулҡын сәстәрең, оҙонса аҡһыл йөҙөң, һомғол кәүҙәң уның күңел тыныслығын урлағандыр. Бәлки, ул һине аҙаҡ эҙләгәндер. Тере булһаң, эҙләп тә табыр ине... Һинең ирендәреңдәге сафлыҡты берәү ҙә эсмәне, күкрәгеңдәге наҙҙан берәү ҙә илермәне. Шаян ҡараш ташлап, төртәмле таҡмаҡ әйтеп бейеп китеүең, һүҙҙе туранан һалдырыуың һине ғәйәт уңайһыҙ итә ине. “Нисек шулай ҡыйыу булырға мөмкин?” – тип көлөмһөрәй инем. Аҙаҡ оялсанға әйләндең. Йомолдоң. Әммә минең менән эс серҙәреңде бүлешә инең. Хәҙер беҙ икәү леберҙәшкән алмағастар ҙа юҡ. Беләһеңме, улар ҙа мәңгелек түгел икән... Шулай ҙа улар ҡайһы ваҡыт минең төшөмә инә. Һин – бер фәрештә генә. Бәлки, беҙгә мәғлүм булмаған нәмәләр һиңә беҙҙән иртәрәк тә билдәлелер. Хәҙер инде мин беләм: беҙ бөтәбеҙ ҙә бер ваҡыт һин киткән ергә барасаҡбыҙ. Хәҙер яйлап ҡына йөҙөң дә хәтерҙән юйыла бара. Ә минең күңелдә ҡасандыр һинең хаҡына баш тартҡан мөхәббәт юйылмай. Ниндәйҙер бер ҙур ваҡиға булырға тейеш булып та туҡтап ҡалған кеүек. Тамамланмағанлыҡ тойғоһо. Ул ваҡытта һинең хаҡыңа морнап килгән хистәрҙән баш тартыу – үҙемдән ҡасыу ғына булған. Хәҙер ул кешенең йөҙө лә яйлап күҙ алдынан юйыла. Күңелдә һағыныу тойғоһо көсәйә. Тик уны түгел. Үҙемдең яратҡан мәлдәге халәтемде. Шул үҫмер саҡтағы кеүек итеп, эскерһеҙ яратыу теләге миңә үҙемә яҡын килгән йәндәрҙе нығыраҡ тойорға ярҙам итә. Йән яҡынлығы. Хистәр ҡайнарлығы. Төштәргә ингән ғәзиз йәр. Ғәзиз йән. Һағыш булып күккә яҙыла. Диңгеҙ тулҡыны булып йәнемде дауалай. Һауаға ҡоштар тубы булып атыла. Һәм бер көн килә. Минең йәнем уны таный. Бөтә ғазаптар уны тап итеү, уны таныу, уны ошо ҡәҙәрем тәрән һәм ғажиз булып яратыу өсөн бирелгән һынау ғына икәнен мин аңлайым. Йөрәк ялҡынымды уның өсөн һаҡлағанын да тап бөгөн минең башыма барып етә. Элек йөрәгемде асыуға, асылыуға үҙемде дарға аҫылған ағас хәлендә ҡалырымдан ҡурҡыу, һаҡланыу, үҙ-үҙемде һаҡлау инстинкты тотоп ҡалған, был юлы мин, күпме тапҡырҙар хаталанып, ут йотоп, көлгә ҡалғандан да ҡалҡҡан йән, аҙағын уйламайым. Беҙ йәшәйбеҙ, йәшнәйбеҙ, әммә иртәгә нимә булырын аныҡ күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Был да шуның кеүек. Мин бөгөн йәшәйем. Бөгөн тын алам. Мин бөгөн ул йәнде яратам. Уның менән бергә һулыш алырға, бер тулҡында тирбәлергә, бер утта янырға, бер боҙға төшөргә риза. Мин аңлайым. Һәр йәштең үҙ яҫылығы, үҙ бейеклеге, үҙ тәрәнлеге бар. Шунһыҙ, ошо һынауҙарһыҙ, йән бөтәймәҫ, йән тынысланмаҫ ине. Күңелдә ирегән таш өҫтөнә сәскәләр үҫтерергә була. Хәҙер ул аңлау кимәле, донъяны ҡабул итмеш үҙгәргән һымаҡ, минең күңелде бейегерәккә сойорғоторға, тәрәнерәккә төшөргә мөмкинлек бирә. Күңел шунан бейегәйә, күңел шунан үҫә. Бер-береһен таныған йән менән йән осрашҡанда күңел сүгә алмай. Ул һин тыуғандан алған бейеклегенән сигенергә теләмәй. Хәйлә, мәкер менән алынған бейеклектән...
Гөлназ Ҡотоева.