Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
1 Сентябрь 2025, 21:30

Алланың хикмәте

... Көслө ямғыр яуа ине. Мин шоссе юлының боролошонда, Новосибирский яғына машина туҡтатып маташам. Был урын бик хәүефле – боролош киҫкен, ямғыр, тайғаҡ ваҡыттарҙа машиналар йыш юлдан сығып оса. Ҡул күтәреп күпме торһам да, бөтәһе лә геүләп үтеп кенә китә. Кинәт ҡара төҫтәге сит ил машинаһы үтеп китте лә, туҡтап, арты менән килеп янымда туҡтаны. Машина ишеге асылды һәм водителдең: – Ултыр, әйҙә! – тигәне ишетелде.

Алланың хикмәте
Алланың хикмәте

Мин, күшеккән тауыҡ хәлендә, ҡиммәтле машинаның йомшаҡ күн ултырғысына сумдым. Ҡуҙғалдыҡ. – Бында ҡайҙан килеп сыҡтың? – тип белеште юлдашым. – Мин Алланың ҡоло, ғаиләмә ҡайтып барам, – тип яуап бирҙем. – Ҡарале, һин минең дуҫым өсөн доға ҡыла алаһыңмы? Исеме Мәхмүт. Әлеге мәлдә ул ауыр ваҡыт кисерә: ҡатыны менән дә, балалары менән дә, эшендә лә проблемалар... Һин бит хаҡ дин юлындаһың, Алла һинең доғаңды ишетер. Мин Мәхмүт өсөн Алланан ярҙам һорап ихлас күңелдән доға ҡылдым. Беҙҙең юлдар айырылған урынға килеп еттек. Миңә төшөргә кәрәк ине. Хушлашыу өсөн юлдашыма ҡараным һәм уның күҙҙәрендә мөлдөрәмә тулы йәш күрҙем. – Һин хәҙер генә нимә эшләгәнеңде беләһеңме? – тип һораны ул шым ғына. – Нимә булды? – мин аптырап киттем. – Һин минең ғүмеремде ҡотҡарҙың! – тине ул. – Мин ул Мәхмүт. Аҫылынырға уйлап, йыраҡҡараҡ, ҡуйыраҡ урманға китеп бара инем. Юлда һине күреп ҡалғас, ғүмеремдәге һуңғы кеше менән һуңғы тапҡыр һөйләшергә уйланым... Беҙ уның менән тағы бер сәғәт самаһы һөйләшеп ултырҙыҡ, илап та алдыҡ. Шунан һуң ул өйөнә, ғаиләһе янына, бәхетле булып ҡайтып китте. Шунда Алланың ни өсөн мине тап ошо урында, ямғыр аҫтында торорға насип иткәнен аңланым. Мин быны үҙемде маҡтар өсөн түгел, ә Аллаһы Тәғәләнең бөйөклөгөнә шаһитлыҡ итеү өсөн һөйләнем... (Интернет киңлегенән алынды)

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас