-14 °С
Болотло
—Беҙ кисә үҙебеҙҙең Сибай эргәһендә Төйәләҫ буйында йөрөп килдек. Урман. Ҡышҡы ҡоштар. Балыҡсылар. Сафлыҡ. Мин ҡайҙа йөрөһәм дә мөғжизәгә тарыйым. Ҡайтып барһаҡ, бер сысҡан ҡарҙан юл ярып сығып килә ине. Күрҙем дә туҡтап балаларға күрһәттем. Ҡыҙым шунда уҡ видео төшөрөп алды. Артынан йәтсә килеп бахыр сысҡанды аулап та алды,—тип яҙа социаль селтәрҙә Сибайҙа йәшәүсе Гөлнара Хәсәнова.