Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
6 Май , 19:10

САМАУЫР

Ҡәйнәм ҡунаҡ саҡырыр булһа, иң тәүлә самауырын ҡолағанан һөйрәп уттығына инеп юғала ла, шунан әллә ярты көн шунда шыптырлап тегене һыуға ҡойонондороп мәж килеп, йыуып йышыуына тамам күңеле булғас ҡына , самауырын өҫтәленә ҡырын һалып һәйбәт итеп кибенергә ҡушып, саҡ килеп сығыр ине...Бына көткән табын йыйыла. Өҫтәлгә үҙ баһаһын белеп кенә яп ялтыр самауыр йырлап борлап килеп ултыра. Үҙ ара мөңгөрләшкән ҡунаҡтарҙың хәбәрҙәре шундуҡ өҙөлөп, күҙҙәре теге йырсы самауырға төшә.Кемеһелер береһе түҙмәй :— Мәхмүзә, самауырың нимә менән йыуҙың икән? Ҡалай ғына ялтыр бит әле! Өр яңы түгелдер ҙә ул?- тип ҡуя.

САМАУЫР
САМАУЫР

Ҡәйнәм ҡунаҡ саҡырыр булһа, иң тәүлә самауырын ҡолағанан һөйрәп уттығына инеп юғала ла, шунан әллә ярты көн шунда шыптырлап тегене һыуға ҡойонондороп мәж килеп, йыуып йышыуына тамам күңеле булғас ҡына , самауырын өҫтәленә ҡырын һалып һәйбәт итеп кибенергә ҡушып, саҡ килеп сығыр ине...
Бына көткән табын йыйыла. Өҫтәлгә үҙ баһаһын белеп кенә яп ялтыр самауыр йырлап борлап килеп ултыра. Үҙ ара мөңгөрләшкән ҡунаҡтарҙың хәбәрҙәре шундуҡ өҙөлөп, күҙҙәре теге йырсы самауырға төшә.
Кемеһелер береһе түҙмәй :
— Мәхмүзә, самауырың нимә менән йыуҙың икән? Ҡалай ғына ялтыр бит әле! Өр яңы түгелдер ҙә ул?- тип ҡуя.
Табынға уны - быны ташып йөрөгән минең яҡҡа бер ҡараш ташлап алған ҡәйнәм, шуны ла белмәйһегеҙме, тигәндәй һауалы ғына бер ауыҙ һүҙ сығара ҡуя. - Көл менән...

Әй, шулаймы ней, тигәндәйерәк йөҙҙә самауырға текләп ултыра бирәләр әле байтаҡ.
Ә мин ҡәйнәмдең бер ҡасан да хәбәрҙе етә һөйләмәгәнен (алдап мәғәнәһендә түгел!) беләм. Хатта самауырын көл менән түгел, ә кер һабыны менән тызығанына ла шаһитмын да. Тик табын ҡунағы алдында һүҙ күтәреп, ҡәйнәм самауырын көл менән йыумай ул, тип сер сисергә ярамағанын бер ҡарашынан аңлап шымып ҡалам.
Бөтә һөйләп ней! - тигән һүҙен гел иҫтә тотам да ул, тик минең ул яҡ ыслабый шул😁
Бер башлаһам от и до теҙәм дә сығам. Сер һаҡлап ней!😂
Бөгөн беҙҙә, Һәмәндә, свет һүнде. Ҡыш буйы шкаф башынан беҙҙең сәйнүк сәйе эскәнде күҙәткән самауырым һикереп килеп төшөп ҡайнар ҡуҙ йотоп сәй ҡайнатты. Эй күңелле лә ул самауыр артында сәй яһауҙары!
Хәҙер балаларым мәктәптән ҡайтыр, күҙҙәре иң тәүлә самауырға төшөп, әсәй, нимә свет юҡмы әллә, тиерҙәр..
Самауырың ялтыр икән, нимә менән йыуҙың, тип ҡуймағыҙ инде🤭
Көл менән дә түгел, һабын менән дә түгел, яңы ғына бит ул просто , тип маҡтанғы килеп китте😍 Ярай әле эргәлә килен юҡ, көҙ алған самауырын яңы алдым тип ултыра, тип фаш иткән🙈

МИҢЗӘЛӘ СИРҒӘЛИНА битләүенән.

Автор:
Читайте нас: