АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
19 Октябрь 2023, 18:55

Һабын күпермәйсе!?

Ҡайным мунсанан сығып килә, ә үҙе беҙҙән һорай: мунсаға ниндәй һабын алып барҙығыҙ?-- ти. Йыуғысҡа ла, тәнгә лә ышҡып ҡарайым бер ҙә күпермәй, һабыны ла сыҡманы, тип аптырай. Баҡтиһәң...

Һабын күпермәйсе!?
Һабын күпермәйсе!?
Мин килендәшем менан ҡәйнәмә(мәрхүмә инде) хәл белергә керҙек, ул беҙгә сәй эскән арала хәбәр һөйләй.
Яңыраҡ ауыл араһынан бер машина түбән яҡҡа уҙып китте, кырниса (ҡомаҡ) тиреһе йыйып йөрөйҙәр ти, кем шул тиклем күп итеп кырниса аҫырай икән тип аптырап беҙҙән һорай, шул ваҡытта килендәшем Рима, закупаем шкуры КРС, тип яҙылған машина ине, тине. Беҙгә етә ҡалды рәхәтләнеп көлөргә.
Ә икенсеһе ҡайным тураһында улда мәрхүм инде. Ҡайным мунсанан сығып килә, ә үҙе беҙҙән һорай: мунсаға ниндәй һабын алып барҙығыҙ?-- ти. Йыуғысҡа ла, тәнгә лә ышҡып ҡарайым бер ҙә күпермәй, һабыны ла сыҡманы, тип аптырай. Баҡтиһәң, ул үксә ышҡый торған пемзаны һабын менән бутаған, әллә себерҙән ҡайтҡан ҡыҙым яҡшы һабын алып ҡайтҡан микән тип уйлап бөттөм ти. Әле лә ҡайным менән ҡәйнәмдең ҡыҙыҡ
ваҡыттарын осрашҡанда һөйләп, көлөшөп иҫкә алабыҙ.
Урындары йәннәттә булһын!!!
Автор:Гульдар Кадаева