- Көйәләнмә. Ғауғалама. Туҡта, тын ал, уйлан!
- Бер кемдең дә һиндә эше юҡ. Улар ҙа һинең кеүек үк үҙ эше, үҙ мәшәҡәте менән мәшғүл.
- Барыһыла иҫ киткес яҡшы йә иҫ киткес насар булмай. Тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай күренә.
- Үҙеңә нимә эшләүҙәрен теләмәйһең, кешегә лә шуны эшләмә.
- Бер нисә арзан әйбер алғансы, бер ҡиммәтле, әммә сифатлы әйбер алыу күпкә яҡшыраҡ.
- Тормошта мөһим әйберҙәр бик аҙ. Ныҡ көйәләнер алдынан уйла: «Шул тиклем мөһимме ни?»
- Еңелеүҙе таныу һәм алға барыу—еңеү асҡысы.
- Ғәҙел һәм мәрхәмәтле бул!
- Тороп бейеп китерҙәй теләк уятҡан әйберҙе генә ал.
- Тойомлауыңа ышан, ә фантазияңа түгел!
- Юлың уңмаһа, уның яҡшы яғын уйла.
- Бер нәмәгә лә үкенмә! Һәр кем үҙ хатаһында өйрәнә.
Ә һеҙ, дуҫтар, ошоларға өҫтәп тағы ниҙәр әйтер инегеҙ?
Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.