+1 °С
Ҡар
Йәмилә Баязитова - "Темәс" башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы. Үҙәктә ул "Оҫта ҡулдар" түңәрәге асып, форсат сыҡҡан һайын ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына һәр төрлө ҡул эше өйрәтә. Йә милли орнаментлы галстук тегәләр, йә селтәр әҙерләйҙәр. Ә был юлы "Ғилмияза" фольклор ансамбле ағзаларына изолондан орхидея сәскәһе эшләргә өйрәткән. Эх, матурлығы! Афарин!