Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
21 Июль 2022, 14:15

"Атайсал" проектына ҡушылды

  Сибай ҡала Советы депутаты Виктор Тюрин “Атайсал” проектына ҡушылып, ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығына бензосапҡыс бүләк итте. -Тыуған ҡаламдың таҙа, йәшел һәм бөхтә булыуын теләйем! Шуға ла депутаттар башлаған проектҡа ҡушылам. Эстафетаны башҡа депутаттарға тапшырам. Кем алуҡ? – тине Виктор Тюрин, йылмайып.

"Атайсал" проектына ҡушылды
"Атайсал" проектына ҡушылды

Ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашҡан депутатҡа ҙур рәхмәт! Әйткәндәй, ул беҙҙең "Атайсал" гәзите менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Йыл да гәзиткә яҙылыу осоронда бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеп, мохтаж, ауыр хәлгә тарыусы ғаиләләргә гәзит яҙҙырта. Милләте рус булһа ла башҡортса йырҙар йырларға ярата, башҡортса матур итеп һөйләшә.

Автор:Гульдар Кадаева