АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
14 Март 2022, 08:15

Әбүбәкир урамдары ҡырылған

 Күп ерҙәрҙә байрамдар уҙғарып тороп, ҡышты оҙатһаҡ та тәбиғәт үҙенекен итә: ҡар яуа, буран сыға, юлдарға көрт һала. Яуһын, ул бит икмәк, тип ҡыуана ололар, бала-саға тыштан инмәй. Ҡарҙың мәшәҡәт тыуҙырған яғы ла бар. Ауылдар урамдары юлдарына көрт һалғанлыҡтан, оло юлға сығалмай, ҡамалып ятыусылар ҙа бар. Хәйбулла районының Әбүбәкир ауылы халҡынан был тәңгәлдә борсолорға урын юҡ: ауылдаштары, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Ленар Әбүбәкиров тракторы менән урамдарҙы ҡарҙан таҙартҡан.

Әбүбәкир урамдары ҡырылған
Әбүбәкир урамдары ҡырылған

 Әбүбәкирҙәр юл хәүефһеҙлеген ҡайғыртҡан ир-егеткә ҙур рәхмәт белдереп, эшендә тик уңыштар теләй!

Әбүбәкир урамдары ҡырылған
Әбүбәкир урамдары ҡырылған
Автор:Гульдар Кадаева