АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
15 Декабрь 2021, 15:00

Ризыҡтары тәмле

Сибай ҡалаһында “Тәмле”ит кулинарияһы эшләй башланы. Был сауҙа нөктәһе сибайҙарға һәм ҡала ҡунаҡтарына бай ассортиментлы ит ризыҡтары – ҡаҙы, тултырма, билмән һәм башҡа аҙыҡ тәҡдим итә. Киләһе яҙмабыҙ ошо хаҡта. Магазиндың атамаһынан уҡ күренеүенсә, бында һатылған бөтә нәмә лә тәмле. Иттәрҙең дә йәнең теләгәнен һайлап алырға мөмкин: һарыҡ, йылҡы, һыйыр итенән кәштәләр һығыла. Әҙер ризыҡтарҙан иһә барыһы ла яратып ашаған тултырма, ҡаҙы-ялы, билмән һатыла. Туҡлыҡлы ашамлыҡтарҙы үҙ эшенең оҫталары етештерә, уның сифаты һәм тәме тураһында һатып алыусылар тик яҡшы мөғәлләмәлә.

Ризыҡтары тәмле
Ризыҡтары тәмле

-- Яңы асылған магазиндың яҙыуын уҡыным да шундуҡ индем. Бында иттең ниндәйе генә юҡ икән. Урында шундай лавка асылыуы бик ҡыуанслы. Миңә бында оҡшай, -- тип тәьҫораттары менән бүлеште һатып алыусы Әминә Рәсүлева.

-- Итте мин гел ошо хужаларҙан ғына һатып алам. Итһеҙ бер нәмә лә бешермәйем. Шуға ла әйләнәм дә ошо магазинға киләм. Бөтә нәмәләре лә тәмле уларҙың, иттәре лә килеп тороп татлы, майлы, һутлы,--тип өҫтәне икенсе һатып алыусы Фәрзәнә Ишемғолова.


Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, ит магазинына ла инеү менән тәмле еҫтәр аңҡып тора. Еҫен һиҙгәс, һатыуҙағы һәр тәмлекәсте һатып алып ашағы килеп кенә тора. Етмәһә, бында ризыҡ етештереү күҙ алдында асыҡ кухняла башҡарыла.

- Беҙҙең магазин шуныһы менән үҙенсәлекле – ярым фабрикаттарҙы өйҙәге кеүек ҡул менән урында ошо магазинда уҡ яһайбыҙ, -- тине эшҡыуар, магазин хужаһы Руслан Баймөхәмәтәтов.

“Тәмле” ит кулинарияһы ҡаланың Зәки Вәлиди урамы 48 кәсер 1 адресында урынлашҡан. Эшҡыуарҙар етештергән ризыҡтарын өйгә алып барыу хеҙмәтен дә күрһәтә. Заказ яһау өсөн телефон: 89371554999.

 

Автор:Гульдар Кадаева