Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
11 Апрель , 22:20

КҮҢЕЛ МАТУРЛЫҒЫ ТЫУҘЫРҒАН МАТУРЛЫҠ

Ауылдашым Фәнисә Әхмәтованың интернеттағы социаль селтәрҙәге битләүен күҙәтергә яратам. Унда һәр саҡ матурлыҡ, тормошҡа булған һөйөү сағыла. Тыуған ауылдың, ғәзиз еребеҙҙең һәр мөйөшөнән хозурлыҡ табып, фотоға төшөрөп кенә һалмай, уларҙы картиналарында сағылдыра. Күңелендә матурлыҡ йөрөткән кеше генә матурлыҡты күрә беләлер ул... Әйткәндәй, бөгөн уның тәүге күргәҙмәһен ойошторғандар.

КҮҢЕЛ МАТУРЛЫҒЫ ТЫУҘЫРҒАН МАТУРЛЫҠ
КҮҢЕЛ МАТУРЛЫҒЫ ТЫУҘЫРҒАН МАТУРЛЫҠ

Фәнисә Әхмәтова Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәй. Бөгөн Баймаҡ ҡалаһында уның күргәҙмәһен ойошторғандар. Фәнисәнең күңел йылыһын һалып эшләгән рәсемдәрен барыһы ла оҡшатҡан. Сараны бер туған һеңлеһе, әле Буранбай мәҙәниәт йортонда мәҙәни саралар ойоштороусы булып эшләүсе Гүзәл Әминева моңло тауышы менән биҙәгән.

-- Баймаҡ районы инвалидтар ойошмаһы рәйесе, алсаҡ күңелле Луиза Салауат ҡыҙы беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Апайымдың картиналарында күберәк тәбиғәт миҙгелдәре , ағастар, ҡоштар һәм сәскәләр һүрәтләнә. Киләсәктә һау ғына булып, яңы идеялар менән ижад итергә яҙһын!--ти Гүзәл Азамат ҡыҙы.

Беҙ ҙә Гүзәлдең изге теләктәренә ҡушылабыҙ.

Фәнисә, ҡулыңдан һөйөн! Ҡыуанып йәшә, шатланып ижад ит, беҙҙе һөйөндөрөп тор!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: