Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
30 Март , 19:30

ҠУЛДАРЫ АЛТЫН УНЫҢ

Фестивалгә әҙерлек сиктәрендә ауыл картаһын сиккән... 

ҠУЛДАРЫ АЛТЫН УНЫҢ
ҠУЛДАРЫ АЛТЫН УНЫҢ

Тиҙҙән, апрель айында, Өфө ҡалаһында “Башҡортостандың сигелгән картаһы” фестивале уҙғарылсаҡ. Ул ҡаланың 450 йыллығына һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 тулыуға арнала. Ошо айҡанлы Хәйбулла районында әҙерлек эше бара, фестивалдә ҡатнашасаҡ эштәрҙең презентация-күргәҙмәһе ойошторолдо. Бүребай ауыл биләмәһе картаһын Ҡужагилдина Сәғиҙә Ғабдулла ҡыҙы әҙерләгән. Эш бик ҡатмарлы булған. Тәүҙә картаны төшөргән, ауыл нимә менән дан тотҡанын күҙаллап эскиз эшләнгән. Картаның бәләкәй булыуы ла хәлде ҡатмарлаштырған. Шулай ҙа ул матур килеп сыҡҡан.

Оҫтабикә Сәғиҙә Ғабдулла ҡыҙы Татарстан Республикаһында тыуып үҫкән. Ҡазан сауҙа техникумын тамамлағас, сауҙа үҙәгендә эшләгән. Запастағы йәш офицер менән танышҡас, ул ҡыҙҙы йыраҡта ятҡан Хәйбулла районына алып ҡайта. Улар бергә 45 йыл тиң ғүмер кисерә. Сәғиҙә Ғабдулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” йәмғиәтенең шахтаһында эшләй. Ҡыҙҙары әсә юлынан киткән: шахтала эшләй. Әлеге көндә Сәғиҙә Ғабдулла ҡыҙы—һөйөклө әсәй, яратҡан өләсәй. Өлкән ейәне Ырымбур медицина университетында ординатура тамамлау алдында. Өлкән ейәнсәре—студент, ике бәләкәй ейәнсәре—уҡыусы.

Сәғиҙә Ҡужагилдина буш ваҡытында сигергә, бәйләргә, бешерергә, сәскәләр үҫтерергә ярата.

 

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: