Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
16 Февраль , 11:20

СЕРЛЕ КЕЙЕҘ

Хәйбулла районында кейеҙҙән тапочкалар һәм түбәтәйҙәр әҙерләүгә ныҡлы тотонғандар.

СЕРЛЕ КЕЙЕҘ
СЕРЛЕ КЕЙЕҘ

ХӘЙБУЛЛА БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ ХӘБӘР ИТӘ:

Эх, ҡатаһы ла, ҡатаһы! Ҡатаһы ла ябай түгел -кейеҙҙән, үҙ ҡулдары менән баҫылған, йәнә экологик яҡтан таҙа, шифалы, йылы...
Хәйбулла районының Минзифа Ибраһим ҡыҙы етәкселегендәге "Ҡәҙриә" төркөмөнөң күренекле оҫтабикәләре Вәзәм ауылы мәҙәниәт йортона кейеҙҙән йылы тапочкалар һәм кейеҙ түбәтәй баҫырға өйрәнергә йыйылды. Оҫталыҡ дәресен ауыл клубында эшләп килгән "Серле кейеҙ" коллективы ҡыҙҙары белгәндәрен ентекләп күрһәтеп, өйрәттеләр. Күңел биреп, теләк менән эшләнгән эш йәнгә дауа була ул, ә аяҡтар йылыла буласаҡ... Борондан булышҡан ата -балаларыбыҙҙың был кәсебен артабан башҡалар ҙа күтәреп алып, дауам итһен тип теләй вәзәмдәр.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: