Бына былай тип яҙа ул:
—Ҡәҙерле ауылдаштарым, туғандарым, яҡындарым, күршеләрем!
Ил төкөрһә - күл була, ти. Әйҙәгеҙ әле, минең, һинең тыныс тормошоң, ғәзиз балаңдың бәхетле киләсәге өсөн яуҙағы ир- егеттәребеҙ, уландарыбыҙға ярҙам ҡулы һуҙайыҡсы. Өшөмәһендәр, асыҡмаһындар, Күңелдәрендә еңеүгә ышаныс, өмөт уятайыҡ.
БЕҘ БЕРГӘ! Ошо аҙнала башҡа милләттәштәребеҙ кеүек Юлдыбайыбыҙҙа посылка йыябыҙ.
Беҙҙең һәр беребеҙ тернәксел, запаслы. Кемдәлер кипкән йә туңдырылған ҡорот, талҡан, һалма, ҡаҡ, бал, консервалар барҙыр. Ҡышҡы мәлдә йөн ойоҡ, бейәләй, эске йылы кейем , ҡара төҫлө төймәләр, хатта кейеҙ онтораҡ та ныҡ кәрәк. Май шәмдәр,маңлай фонарҙарына мохтаж икән улар. Ауылдаштар, үҙегеҙ килеп, посылка тултырып булышһағыҙ,тағы ла шәп булыр.
Юлдыбай халҡы хәжиә оранын ишетеп, егеттәр өсөн посылка ла әҙерләне.