Шуныһы һөйөнөслө: «Айыҡ ауыл» республика ярышы бер ауылда йәшәүселәрҙе берләштерә, таланттарҙы, һәләтлеләрҙе аса. Юлдыбай ауылы ла республика конкурсында ҡатнашасағы хаҡында хәбәр ителгәс, халыҡ тиҙ арала берләште, быға ҡәҙәр эшләп килгән ағинәйҙәр ҡорона иш итеп аҡһаҡалдар ҡоро ойошторҙо. Күптән түгел бында шаулап-гөрләп милли эсемлектәр байрамы уҙғарылһа, бөгөн милли кәсептәр буйынса оҫталыҡ дәресе бара. Мәҡсүт ауылынан килгән оҫта, мәҫәлән, йәш ир-егеттәргә, малайҙарға сыбыртҡы үрергә өйрәтте.
Септә үреү буйынса оҫталыҡ дәресен Юлдыбай ағинәйе Мәүәзиә Моталлапова күрһәтә. Уның артынса Рәшиҙә Вәлиева, Гөлнур Нәҙерғолова, Рәшит Иҫәндәүләтов септә үрҙе. Ә селтәр (ау) үреү нескәлектәре менән Айҙар Алсынов уртаҡлашты. Булат Әбсәләмов иһә арҡан ишеп күрһәтте.
Милли кәсептәребеҙҙең, шөғөлдәребеҙҙең онотолмауы шатландыра. Сыбыртҡыһы ла, арҡаны ла, септәһе лә беҙҙең көнитмештә бик кәрәк. Тимәк, йәш быуынға өйрәтеү бик мөһим.