Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
28 Ғинуар 2023, 14:15

ЭШТӘРЕ ЛӘ,ШӨҒӨЛДӘРЕ ЛӘ БЕР

Йылайыр районының Йомағужа урта мәктәбе коллективы һәм уҡыусылары был йәһәттән уңған. Улар үҙҙәренең ашнаҡсыларынан бик тә ҡәнәғәт.

ЭШТӘРЕ ЛӘ,ШӨҒӨЛДӘРЕ ЛӘ БЕР
ЭШТӘРЕ ЛӘ,ШӨҒӨЛДӘРЕ ЛӘ БЕР

Ашнаҡсы һөнәренең бик мөһим һәм үтә лә яуаплы икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы аңлай. Мәктәп ашнаҡсыларына икеләтә ауырға тура килә. Белеүебеҙсә, һуңғы йылдарҙа балалар туҡланыуына дәүләт кимәлендә иғтибар бүленә башланы. Сөнки дөрөҫ әҙерләнгән аш-һыу татлы ла, шифалы лы булырға тейеш.
Түбән сифатлы ризыҡ кеше организмына кире йоғонто яһай.

Йылайыр районының Йомағужа урта мәктәбе коллективы һәм уҡыусылары был йәһәттән уңған. Улар үҙҙәренең ашнаҡсыларынан бик тә ҡәнәғәт.
Шулай булмай ни? 30 йылдан ашыу ғүмерҙәрен туҡланыу өлкәһенә бағышлаған егәрле ханымдар Вәлимә Исмәғил ҡыҙы Аҡҡужина менән Зилә Янсаф ҡыҙы Ажибаева күптән үҙ эшенең оҫталары булып танылған. Был мөләйем ҡатындарҙың эштәре лә бер, яҙмыштары ла оҡшаш. Икеһе лә бер осорҙа ошо ауылға килен булып төшкән, икәүһенең дә ғаиләләрендә дүртәр малай үҫә. Вәлимә Исмәғил ҡыҙының ире Мөдәрис Сәйетбаттал улы Исҡужа карьерында хеҙмәт итә, шәхси хужалығындағы бихисап эштәрҙе алып барырға ла өлгөрә. Зилә Янсаф ҡыҙының ире Насырйән Фазыл улы—мәктәптә газ ҡаҙанлығы операторы. Ул да ҡатынының эшенә аңлап ҡарай, барлыҡ йорт-ҡура мәшәҡәттәрен үҙе башҡарырға тырыша. Аҡҡужиндар һәм Ажибаевтарҙың өлгөлө ғаиләләрен ауылдаштары ихтирам итә.
Оҙаҡ йылдар бергә намыҫлы хеҙмәт итеүсе Вәлимә менән Зилә буш ваҡыттарында урындағы “Ынйылар” вокаль ансамбленә йөрөй. Улар икәүһе лә йырға, бейеүгә маһир. “Яратҡан эшең һәм күңелеңә оҡшаған шөғөлөң булыуы—үҙе ҙур бәхет”—ти улар.
Алтын ҡуллы ашнаҡсыларҙың уңғанлығы әллә ҡайҙан күренә, эш урындары ялтлап тора. Мәктәп баҡсаһында үҫтереп алынған йәшелсә-емештән ҡышҡылыҡҡа төрлө турама һәм ҡайнатмалар әҙерләп алғандар. Кәбеҫтә, картуф, сөгөлдөр-кишер аш-һыуҙы төрләндереп бешерергә ярҙам итә. Хуш еҫле икмәкте лә ашнаҡсылар үҙҙәре бешерә. Уҡыусылар мәктәп ашханаһында әҙерләнгән тәмле аш-һыуҙы бик яратып ашай. Үҙ эштәренә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған ашнаҡсыларға балалар тарафынан әйтелгән “Рәхмәт” һүҙҙәре иң ҙур баһа.

Альбина Таһирова.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: