Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
27 Ғинуар 2023, 08:35

ҠЫШ БЫЙМАҺЫҘ БУЛМАЙ

Быйманы биҙәргә лә, уны кейеп хоккей уйнарға ла өлгөргәндәр...

ҠЫШ БЫЙМАҺЫҘ БУЛМАЙ
ҠЫШ БЫЙМАҺЫҘ БУЛМАЙ

Баймаҡ районының Сәйғәфәр һәм Аҡморон ауылы ағинәйҙәре осрашып, Быйма байрамы ойошторған.

—Башта ике командаға бүленеп ярыштыҡ. Быйма менән хоккей, сәпкә бәреү, эстафета менән йүгереү һәм башҡа төрлө уйындар уйналды. “Биҙәлгән быймалар” һәм “Күңелле быймалар” командалары сәмле ярыштан һуң тигеҙ мәрәйҙәр менән уйынды тамамланы. Сараны матур итеп ойоштороусы Сәйғәфәр ауылы ҡыҙҙарына һәм мәҙәниәт йорто мөдире Лена Риф ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ,—тип яҙа Аҡморон ауылы китапханасыһы.
Осрашыуҙа быйма тураһында таҡмаҡтар сығарып та ярышҡандар. Сара бик күңелле үткән.
“Иң оҫта быйма биҙәүсе” номинацияһында Валентина Тимофеева еңеү яулаһа, Фәзилә Үтәғоловаға, Ишһылыу Рыскужинаға “Иң зауыҡлы быйма” номинацияһы бирелгән. Миңзифа Таулыҡаева, Нәсимә Ҡаһарманова һәм Шәһиҙә апайҙар ҙа бүләкһеҙ ҡалмаған.

Автор:Резеда Валиева