Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
25 Ғинуар 2023, 10:15

ИХ КЕНӘ... НИНДӘЙ МАТУР!

Ҡыҙылтүш турғайҙарҙы ҡыш биҙәге тиҙәр... Ысынлап та, бик матур ҡоштар. Ә бына Йылайыр районы Ашҡаҙар ауылында йәшәүсе Мөнирә Буранбаеваның ҡыҙылтүштәре—түш биҙәге. Бигерәк матурҙар, шулаймы?

ИХ КЕНӘ... НИНДӘЙ МАТУР!
ИХ КЕНӘ... НИНДӘЙ МАТУР!

Мөнирә апай хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем һатыусы булған, магазиндар ябылғас иһә мәктәп китапханаһында ла эшләгән, вожатый ҙа булған. Пенсияла булһа ла әле лә ҡул ҡаушырып ултырмай: стилләштерелгән иҙеүҙәр, материал булһа бына ошондай төйрәместәр (брошкалар) ҙә эшләй. Был ҡыҙылтүштәрҙе ул ейәнсәренә тип эшләгән.

Афарин! Ҡулығыҙҙан һөйөнөгөҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: