Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
21 Ғинуар 2023, 18:20

БЕЙӘЛӘЙЕ - КЕЙЕҘҘӘН

"Шәфәҡ" ағинәй ойошмаһында кейеҙҙән бейәләй эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.

БЕЙӘЛӘЙЕ - КЕЙЕҘҘӘН
БЕЙӘЛӘЙЕ - КЕЙЕҘҘӘН

"Айыҡ ауыл -2022" республика бәйгеһе сиктәрендә Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының "Шәфәҡ" ағинәй ойошмаһында кейеҙҙән бейәләй эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Кейеҙ баҫыу, йөн иләү, кейеҙ һәм йөндән эшләнгән әйберҙәр етештереү башҡорттарҙа боронғо шөғөл һанала. Күп быуаттар һуҙымында, башҡа күсмә халыҡтарҙағы кеүек үк, кейеҙ баҫыу башҡорттарҙың бөтә тормошона бәйле булған. Башҡорт ғүмере кейеҙҙә башланған һәм тамамланған, кеше кейеҙҙән яһалған кейем кейгән, атын кейеҙле ябыу менән япҡан, уны иҙәненә йәйгән. Ваҡыт үтеү менән, кейеҙ баҫыу үҙенең боронғо ҡулланма тәғәйенләнешен юғалтҡан һәм халыҡ өсөн мөһим кәсеп булыуҙан туҡтаған. Хәҙерге көндә башҡорттар араһында этник үҙенсәлеккә ҡыҙыҡһыныу арта. Башҡортостанда юғалып барған кәсепкә ҙур иғтибар бүленә. Ағинәйҙәр был шөғөлдө тергеҙеү буйынса эште дауам итергә, ауыл халҡын йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Автор:Резеда Валиева