—Халҡыбыҙҙың туплаған тәжрибәһен һаҡлап ҡалыу һәм уны быуындан-быуынға тапшырыу маҡсатынан ойошторолған сарала һөлөк, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, мейе ҡағыу, һылау, быуын ултыртыу кеүек көнүрештә даими ҡулланыла торған дауалауҙың төрлө төрҙәре буйынса оҫтаханалар эшләне.Һөнәрҙәр йәрминкәһе, шифалы милли аш-һыу һәм эсемлектәр, милли биҙәүестәр-бетеүҙәр, дарыу үләндәре күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторолдо,—тип яҙа социаль селтәрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.
Фото Гөлнур Ҡолһаринаның «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге битләүенән һәм Ҡолсора ауылының интернеттағы сәхифәһенән алынды.
Тулыраҡ мәғлүмәт гәзитебеҙҙең киләһе һанында буласаҡ.