Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
9 Март 2022, 09:25

Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар

"Ирәндек" башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды эйәр, йүгән, нуҡта, ышлыя, ҡамыт, дуға, ыңғырсаҡ, дилбегә эшләү буйынса "Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар" исемле видеоконкурс иғлан итә. Конкурстың маҡсаты - ат кәрәк-яраҡтары эшләү буйынса халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, уларға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, был йүнәлештә эшләүсе оҫталарҙы асыҡлау. Конкурс бөгөндән иғлан ителә һәм уға июндә - Баймаҡ районында үтәсәк "Башҡорт аты" республика фестивалендә йомғаҡ яһаласаҡ.

Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар

 

Еңеүселәр аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнә.
Бәйге шарттарына ярашлы, ат кәрәк-яраҡтары яһау менән шөғөлләнеүселәр уларҙы эшләү барышын видеоға төшөрөргә(Ирәндек фонды конкурсында ҡатнашам тип әйтергә тейеш) һәм "Лошадники Зауралья" чатына йәки "Бәйләнештә" селтәрендәге "Ирәндек" фонды" сәхифәһенә һалырға тейеш.
Конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙе һәр райондан һайланған жюри ағзалары баһалаясаҡ.
Бәйгелә әүҙем ҡатнашайыҡ, халыҡ кәсебен тергеҙеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек, йәш быуынға еткерәйек, милләттәштәр!

#ИрәндекФонды
#ФондИрандык
#ҺөнәрлеҠулдаБәрәкәтБар

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: