

Бәйгене бер башҡорт баҫмаһы үткәрә ине. Бының турала белмәҫ тә инем, бер нисә мөслимә Ватсап төркөмдәрендә шул ҡыҙ өсөн тауыш биреүҙәрен һорап яҙҙы. Динебеҙ тыйған нәмәләрҙең таралыуына юл ҡуйырға ярамай. Киләсәктә бындай хаталар бүтән ҡабатланмаһын ине. ➖ ➖ ➖ ➖ ➖ ➖ ➖ ➖ ➖ ➖ ➖ Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуЛлаһи үә бәрәкәтүһү, мөслимәләр. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә: "Гонаһта һәм дошманлыҡ эшендә бер-берегеҙгә ярҙам итмәгеҙ!" – ти (5:2). Бик аяныслы хәл, апайҙар. Ярай ҙа, был ҡатнашыусы мөслимә ҡыҙ, йәшлегенә барып, белмәгәндер, тийәйек. Эргәһендә өйрәтеп, аңлатып тороусыһы булмағандыр... Ә башҡаларсы һуң, апайҙар? Нисә йылдар намаҙҙабыҙ, яулыҡтабыҙ. Һәм, мөслимә була тороп, ҡыҙҙарҙың үҙҙәрен бөтә ғәләм алдында күрһәтеүен хуплайбыҙ икән, тимәк, хиджәбебеҙҙең мәғәнәһен аңламайбыҙ, килеп сыға бит? Аңлаған булһаҡ, шул "ҡол ҡыҙҙар баҙарын" таратып, тауыш бирергә саҡырыр инекме? Хиджәб әллә ғибәҙәт түгелме, апайҙар? Ғибәҙәт бит! Нимә өсөн матурлығыбыҙҙы йәшерәбеҙ? Шул фетнә булмаһын өсөн түгелме ни? Ни өсөн өйҙәге намаҙыбыҙ мәсеттәгенән яҡшыраҡ — уйлап ҡарағыҙ — тап шул сит күҙҙәрҙән нығыраҡ йәшерелгән булғаныбыҙ өсөн бит! Оялсанлыҡ — бына нимә ҡушылған беҙгә Аллаһ тарафынан, мөслимәләр. Ә ҡайҙа бында оялсанлыҡ, ҡайҙа тыйнаҡлыҡ, ҡайҙа ҡатын-ҡыҙға ҡарата хөрмәт? Элек шулайтып ҡол ҡыҙҙарҙы баҙарҙарҙа һатҡандар, һеҙ шуны белә инегеҙме? Биҙәп булғанынса биҙәп, ымһындырғыс ерҙәрен асып — килгән йыйын ирҙәр һайлап-баһалап, һатып алһын өсөн. Ирекле ҡатындар ғына тулыһынса ҡапланып йөрөй алған, ҡол ҡатындарға хиджәб тыйылған! Ҡол ҡыҙҙар баҙары — бына шул кафырҙарҙың "Мисс шул", "Мисс был"дарының нигеҙе. Аптырарға түгел, ҡатын-ҡыҙ улар өсөн быуаттар буйы тауар ролендә. Башҡорт яһилдары ла, халҡыбыҙҙың ниндәй тарихына төкөрөп, "үрмәксенән күрмәксе", күптән шулар менән бер ҡаҙанда. Ә бына мосолмандарға нимә ҡалған?! Мәсхәрә бит! "Хиджәбтә икәнһең, нимә булһа ла ҡыланһаң ярай, иң мөһиме хиджәбтәһең бит", — тип уйлау төптө хата, мөслимәләр. Хиджәбте беҙ урамға сыҡҡанда сит ирҙәрҙең кәрәкмәгән иғтибарын алмаҫ өсөн кейәбеҙ. Бер нисә сит күҙ төшһә лә, бынан беҙгә гонаһ түгел (әгәр ҙә кейемебеҙ һәм үҙ-үҙебеҙҙе тотошобоҙ Шәриғәт буйынса булһа, әлбиттә). Ә бына инде, хиджәбтә-ниҡабта булған килеш тә, үҙебеҙҙе интернетҡа төшөрөп һалдыҡ икән — ул инде Ҡөрьән тыйған "тәбәррудж"ға, "үҙ-үҙеңде күрһәтеү" тигән ауыр гонаһҡа инеп китәбеҙ. Бер дин ғалимы әйтмешләй, "ул эт тә, был эт тә тейеп, еҫкәп киткән ташландыҡ ит киҫәгенә" әйләндерә үҙен ҡатындар. Ысын шулай, һиңә интернет аша теләһә кем тексәйһен әле... Үҙебеҙҙең, бүтән дин ҡәрҙәштәребеҙҙең ҡәҙерен, ысын баһаһын беләйексе, апайҙар, ҡыҙҙар. Фото-видеоларығыҙҙы һалмағыҙ, таратмағыҙ. "Аһ, беҙҙең яулыҡлы ҡыҙ ҡатнаша бит, ярҙам итәйем", — тип һуҡыр хистәргә эйәрмәгеҙ бер ваҡытта ла. "Аллаһты асыуландырған нәмә түгелме?" — бына ошо һорау ғына борсорға тейеш беҙҙе иң тәүҙә. Гонаһ эштәрҙә ярҙам итергә ярамай: бер кемгә лә, бер ваҡытта ла — үҙебеҙҙең йәнебеҙгә лә, бүтәндәрҙең йәненә лә золом ҡылмайыҡ. Ул нәмәнән баш тартып, "ярыштарынан" төшөп ҡалырға саҡырыр инем ул һеңлебеҙҙе. Аллаһ Тәғәлә йөрәгенә дөрөҫ ҡарар, тыныслыҡ һалһын 🤲🏻 Башҡорт телебеҙҙе таратыу, популярлаштырыу өсөн хәләл юлдар етәрлек ул, әлхәмдүлиЛләһ, әгәр ниәт шул булһа. Әммә телде һаҡлау ниәте менән көфөрлөктө, "мөхәббәт" битлеге аҫтындағы зинаны, ярым-яланғастар менән оятһыҙлыҡты таратып, шайтанға хеҙмәт күрһәткән бының ише журналдарҙы күтәрмәләмәгеҙ. Сөнки был әлеге лә баяғы гонаһ таратыуҙа булышлыҡ була. Күпме кеше уларға әйтә килә, яҙа килә. Белмәнек, тип аҡлана алмайҙар, үҙ юлдарын күптән һайлағандар. Ярамағандан тыйылып, Аллаһ диненә йөҙ борһалар, беҙ ҙә уларға йөҙ борорбоҙ, ин шәә Аллаһ. Ә әлегә — бер ҙә генә хөрмәткә лайыҡлы баҫма түгелдәр. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙға ла тәүфиҡ бирһен. #ҡатынҡыҙ #мөслимә #Башҡортостан