-6 °С
Болотло
—Изге Рамаҙан айын тамамланыуға бара. Һәр ерҙә ифтарҙар уҙғарыла. Баймаҡ районы Түбә ауылы мәсетендә лә ифтарҙар уҙғарыла. 15 март бында үҙенсәлекле сара үтте. Ауыл ир-егеттәре ойошторҙо уны. Ифтарға бары тик көслө заттар йыйылды. Был күркәм күренеш матур йолаға әүерелһә ине. Айыҡ ҡарашлы, иманлы ирҙәр үҙ артынан йәштәрҙе эйәртһен, тип теләйбеҙ!
Рамаҙан айы йөрәктәребеҙҙе иман нурында нурлаһын, йорттарыбыҙ хәйер-бәрәкәт менән тулһын, тик изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәргә яҙһын!
Балалар тәүфиҡле, аҡыллы , бәхетле булһын!,—тип яҙа Түбә ауылы хакимиәте башлығы Әлфирә Хәлитова.