Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
27 Февраль , 20:10

Ризығың дөрөҫ булһын!

Изге рамаҙан айында барлыҡ мосолмандар бер ай буйына иртәнге намаҙҙан алып киске аҡшам намаҙына тиклем ашау-эсеүҙән тыйылып торорға тейеш.

Ризығың дөрөҫ булһын!
Ризығың дөрөҫ булһын!

Әлбиттә, әҙерлекте иң тәүҙә иманыбыҙҙы нығытыуҙан, үҙебеҙҙең эске торошобоҙҙо ипкә килтереүҙән башларға кәрәк. Әммә ураҙа тотҡан мәлдә беҙҙең тәнебеҙ ҙә тетрәнеү кисерә. Был осраҡта беҙ үҙебеҙҙең физик хәлебеҙҙе нисек еңеләйтә алабыҙ һуң? Был мәсьәләгә ҡағылышлы табиб, диетолог Нәркәс КӘЙЕПҠОЛОВА биргән кәңәштәр файҙаға булыр тип өмөтләнәбеҙ. Күп кешегә, бигерәк тә оло йәштәгеләргә ураҙа тотоу ауыр бирелеүе - баш әйләнеүе, эс ауыртыуы, хәл бөтөүе һәм башҡа симптомдар күҙәтелеүе мөмкин. Ураҙаны тулыһынса тотоп бөтөр өсөн сәхәрҙе һәм ифтарҙы дөрөҫ аҙыҡтар ашап үткәреү мөһим, шул ваҡытта беҙгә 12 сәғәттән ашыу ваҡытты эсемлек һәм аҙыҡтарһыҙ үткәреүе еңел буласак, ин шаа Аллаһ. Алдан кәрәкле аҙыҡ-түлектәр исемлеген яҙып, әҙерләп ҡуйһағыҙ, яҡшыраҡ булыр. Эшкәртелгән, кибеттәрҙә ҡаптарҙа һатылғандарҙы түгел, тәбиғи аҙыҡтар һатып алырға тырышығыҙ. Ураҙа мәлендә ҡурып бешереүҙе бөтөнләй ҡулланмаҫҡа тырышығыҙ. Аҙыҡты быуҙа быҡтырып, духовкала фольга эсендә бешерһәгеҙ, ул яҡшыраҡ үҙләштереләсәк. Кеше организмының 80 процентын һыу тәшкил итә, ә ураҙа ваҡытында уның кимәле кәмей. Шуға күрә һыу күләмен нормала тоторға тырышығыҙ - ололарға кәмендә 1,5 литр һыу эсергә кәңәш ителә. Сәхәрҙе һыу эсеүҙән башлағыҙ, аҙыҡ ашаған мәлдә һәм ашағандан һуң да, намаҙҙар араһында ла һыу эсергә онотмағыҙ. Үт ҡыуығында таштар булмаһа, ифтар һәм сәхәрҙән 15-30 минут алда 120-140 мл, шулай уҡ йокларға ятыр алдынан 100-120 мл тирәһе магнийлы һыу эсеү ҙә артыҡ булмаҫ. Был үт тотҡарланыуҙан һаҡлаясаҡ. Татлы эсемлектәрҙән баш тартығыҙ, тәм-томдарҙы кәметегеҙ. Тоҙло аҙыҡтарҙы (балыҡ, сырҙар) ашамаҫҡа тырышығыҙ. Был көндөҙ һыуһап интекмәҫ өсөн мөһим. Кешегә көндәлек тормошта файҙалы матдәләргә бай аҙыҡ кәрәк, рамаҙан айында был мохтажлыҡ икеләтә арта. Сәхәрҙә сөннәт буйынса ауыҙҙы финики һәм һыу менән асырға ла, 15-20 минуттан ашарға мөмкин. Ифтарҙа аштарҙың еңелсәрәк булыуы яҡшы. Ифтарҙан һуң 2 сәғәт үткәс һәм йоҡларға 2 сәғәт ҡалғас, еңелсә ашап алырға мөмкин (бутербродтар, салаттар, ныҡ татлы булмаған аҙыҡтар, сырник, запеканкалар, йогурт) #КискеӨфө

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас