Быйыл 1 июлдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, "Аҡбуҙат" журналы Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә "Иң шәп өләсәй" конкурсы иғлан иткәйне. Бөгөн уларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Бәйге еңеүселәре – Тәнзилә Ғәйнетдинова, Зәмилә Ғайсина, Гөлнур Шәрипова, Земфира Ғүмәрова, Нәсимә Ғайсина, Нурзиә Исмәғилева, Гүзәлиә Мәсәлимова, Гөлдәр Ямғырсина рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде. Шулай уҡ, сара сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 30 йыл тулыу айҡанлы “Йәншишмә” гәзите менән берлектә ойошторолған "Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре" конкурсына йомғаҡ яһалды. Ҡыҙҙар араһында Таңсулпан Хашимова (Әбйәлил районы, Шәрип ауылы), Азалина Сәйфуллина (Өфө ҡалаһы), Зарина Шәрипова (Учалы ҡалаһы) бүләкләнде. Гәзиттең махсус призы менән Гөлназ Манапова (Бөрйән, Иҫке Собханғол ауылы) билдәләнде. Егеттәрҙән Тимур Сәғитов (Өфө ҡалаһы), Тимур Йәһүҙин (Өфө ҡалаһы), Рәдиф Хәлитов (Бөрйән, Иҫке Монасип ауылы) - еңеүсе. Махсус призды Ислам Әхмәтовҡа (Иглин районы) тапшырҙылар. “Аманат” үҫмерҙәр журналы иһә йыл дауамында «Башҡортостан беҙҙән башлана» шиғриәт бәйгеһе уҙғарған, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен белгән, уны һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән маҡсатлы, һәләтле балаларҙы асыҡлаған. Еңеүселәр иҫәбендә – Сибай ҡалаһының күп профилле колледжы студенты Вадим Зәйнуллин, Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9 – сы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Илъяс Дәүләтбаев, Ғафури районы Красноусол ауылынан Нияз Мәжитов исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Аҡйондоҙ Дәүләтбаева, Күмертау ҡалаһының Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө башҡорт республика гимназияһы уҡыусыһы Илназ Йосопов, Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы Рәсилә Ғарифуллина, Бәләбәй районының Баженово мәктәбе уҡыусыһы Айрат Әхмәтгәрәев, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы уҡыусыһы Тимерхан Кейекбирҙин, Учалы ҡалаһы Сабир Йыһаншин исемендәге 1- се башҡорт лицейы уҡыусыһы Арыҫлан Ғәлиев, Силәбе өлкәһе Сосновка районының Сиреүсе мәктәбе уҡыусыһы Гөлназ Мортазина, Хайбулла районы Аҡъяр ауылының 3- сө күп профилле полилингваль мәктәбе уҡыусыһы Данир Ғәлиев, Өфө районының Миловка мәктәбе уҡыусыһы Урал Хәлитов, Учалы районының Илсе мәктәбе уҡыусыһы Әлиә Заһирова. Барыһы ла рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәт – киләһе яҙмаларҙа, шулай уҡ “Аҡбуҙат”, “Йәншишмә”, “Аманат” баҫмаларының социаль селтәрҙәге рәсми төркөмдәрендә буласаҡ.