Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
25 Октябрь 2025, 15:45

Мәсет биләмәһе төҙөкләндерелә

Хәйбулла районының Петропавловский ауылы мәсете биләмәһен төҙөкләндереү: уңайлылыҡҡа һәм матурлыҡҡа табан!

Мәсет биләмәһе төҙөкләндерелә
Мәсет биләмәһе төҙөкләндерелә

Былтыр тантаналы рәүештә сафҡа индерелгән Петропавловский ауылы мәсетендә биләмәне төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам итә. Ҡойманың бер өлөшө ҡуйылған, отмостка ҡоролмаһы эшләнгән, шулай уҡ асфальт һалыу өсөн әҙерлек алып барыла. Мәсет периметры буйлап үҫемлектәр өсөн ҡара тупраҡ һыҙаты булдырыла, яҡын арала ял урындары, эскәмйәләр, урам бәҙрәфе, келәттәр ҡуйыу, шулай уҡ автомобилдәр өсөн туҡталҡалар төҙөү планлаштырыла. Бөтә эштәр Хәйбулла районы хакимиәте менән тау-мәғдән предприятиеһы араһында социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте предприятиеһы иҫәбенә башҡарыла. Был мөһим проектта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ, һәм төҙөкләндерелгән территория ауыл халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн аралашыу, доға ҡылыу һәм ял итеү урыны булыр тип өмөтләнәбеҙ!

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас