Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
16 Октябрь 2025, 19:05

Юлаусы мосолмандарҙы хәстәрләп

Темәс ауылында юлаусылар өсөн намаҙ уҡыу өсөн модулле бүлмә урыноаштырылды.

Юлаусы мосолмандарҙы хәстәрләп
Юлаусы мосолмандарҙы хәстәрләп

Унда Башҡортостан Мосолмандарының Диниә назараты, модулле намаҙ уҡыу бүлмәһе етештереү менән шөғөлләнгән "Ватан" хәйриә фонды, район хакимиәте етәкселеге, район мосолмандары ҡатнашты. Район хакимиәте башлығының инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Руслан Дәүербәков, Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова сығыш яһаны, иң изге теләктәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы. Бында модулле бүлмә тәүҙә Баймаҡта асылһа, хәҙер инде Темәстә лә эшләй башланы. Районда тағы бер урында ошондай намаҙ уҡыу бүлмәһе булдырыласаҡ.

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас