Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
15 Август 2025, 19:45

Ата-әсә иғтибары етмәһә

АТА-ӘСӘНЕҢ ИҒТИБАРЫ ЕТМӘҺӘ... Ата-әсәнең иғтибары етмәү – бала күңелендә яра ҡалдырған иң көслө кисерештәрҙең береһе. Бала был хәлде күңеленән һәр ваҡыт ауыр кисерә. Әйҙәгеҙ уларҙың кисерештәренә күҙ һалайыҡ.

Ата-әсә иғтибары етмәһә
Ата-әсә иғтибары етмәһә

 ✅ Ғәйеп тойғоһо һәм үҙ-үҙен кәмһетеү Бала донъялағы бар нәмәне үҙе менән бәйләй. Шуға күрә ата-әсәһе уға иғтибар итмәһә: "Тимәк, мин насар. Минең менән нимәлер дөрөҫ түгел, улар мине шуның өсөн яратмай", – тип уйлай башлай. Ул үҙен яратыуға лайыҡһыҙ тип тоя. ✅ Яңғыҙлыҡ һәм кәрәкмәгәнлек хисе Ата-әсәһе янында булһа ла, бала үҙен яңғыҙ тоя. Уның күңелендә "Мин бер кемгә лә кәрәкмәйем", тигән уй тамыр йәйә. Был күңел бушлығын ул башҡа бер нәмә менән дә тултыра алмай. ✅ Даими хәүеф һәм ышанмаусанлыҡ Ата-әсә – бала өсөн именлек һәм яҡлау сығанағы. Иғтибар булмағанда, бала үҙен яҡлауһыҙ тоя. Донъя уға ҡурҡыныс һәм дошмандарса ҡарай башлай. Бер кемгә лә, хатта иң яҡын кешеләренә лә ышана алмай. "Мине теләһә ҡайһы ваҡыт ташлап китергә мөмкиндәр" тигән ҡурҡыу менән йәшәй. ✅ Асыу һәм үпкә Баштан бала иғтибарҙы "яҡшы булып" йәлеп итергә тырышһа, аҙаҡтан, килеп сыҡмағас, уның күңелендә асыу һәм үпкә тойғолары уяна. "Ни өсөн улар миңә ваҡыт тапмай?", "Ни өсөн башҡаларҙы ата-әсәһе ярата, ә минекеләр юҡ?" кеүек һорауҙар борсой. ✅ Көнләшеү Ул башҡа ғаиләләрҙәге йылы мөнәсәбәтте күреп, көнләшә. Иптәштәренең ата-әсәһе менән нисек уйнағанын, һөйләшкәнен күҙәтеү уның өсөн ауыр. Был уның яңғыҙлыҡ хисен һәм үҙен кәм тойоуын тағы ла көсәйтә. ????Эске кисерештәр баланың ҡылығында сағыла: ???? Иғтибарҙы насар ҡылыҡ менән йәлеп итә башлай: боҙоҡлоҡтар ҡыла, тыңламай. Был бер ниндәй иғтибар булмауҙан яҡшыраҡ. ???? Бала үҙ донъяһына бикләнә, кеше менән аралашмай, хыял донъяһында йәшәй башлай. ???? Бала үҙ йәшенә хас булмағанса етдигә әйләнә, үҙен-үҙе ҡайғыртырға, үҙ проблемаларын үҙе сисергә өйрәнә. Ул бала саҡтан мәхрүм ҡала. ???? Ата-әсәнең иғтибарын һәм мөхәббәтен "заслужить итер" өсөн, ул гел "бишкә" генә уҡырға, тыңлаусан булырға тырыша. Әммә эстән үҙенең яратылыуға лайыҡ түгел икәненә инаныуын дауам итә. Йомғаҡлап әйткәндә, ата-әсә иғтибары етмәгән бала үҙен кәрәкһеҙ, яратыуға лайыҡһыҙ һәм яңғыҙ итеп тойоп үҫә. Был кисерештәр уның шәхес булараҡ формалашыуына, башҡалар менән мөнәсәбәт төҙөүенә һәм бөтә киләсәк тормошона кире йоғонто яһай. Иғтибар һәм яратыу – бала өсөн һауа кеүек кәрәк булған төп ихтыяж.

Гөлнара Мостафина

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас