Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
26 Июнь 2025, 11:25

Мәктәп походтары кәрәкме?

Башҡортостанда мәктәп походтарын тергеҙергә теләйҙәр: йәйәү йөрөү генә түгел, ә географик программа һәм ҡәтғи хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән сығыу ҡарала.

Башҡортостанда мәктәп походтарын тергеҙергә теләйҙәр: йәйәү йөрөү генә түгел, ә географик программа һәм ҡәтғи хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән сығыу ҡарала.

География уҡытыусылары менән осрашыуҙа Радий Хәбиров мәктәптәргә тыуған яҡта походтар ойоштороуҙа ярҙам итеү идеяһын тикшерҙе — әгәр уҡытыусылар йөкмәткеле һәм хәүефһеҙ маршруттар әҙерләһә, төбәк ярҙам итергә әҙер. Быны Рус география йәмғиәте аша проекттар конкурсы форматында тормошҡа ашырырға мөмкин. Республика Башлығы фекеренсә, бындай походтар балаларға урындарҙа яҡшыраҡ ориентирлашырға, тәбиғәтте белергә һәм ысын донъя менән бәйләнеште юғалтмаҫҡа ярҙам итә. Был эштә гаджеттар ҙа файҙалы була ала, мәҫәлән, үҫемлек һәм хайуан төрҙәрен махсус ҡушымталар аша таныу мөмкинлеге бар.

Шулай уҡ мәктәптәрҙә тәбиғәтте өйрәнеү һәм практикалар эшләү өсөн «географик майҙансыҡтар» булдырыу идеяһы тикшерелде. Был хаҡта нимә уйлайһығыҙ?

 

Фото интернеттан.

Мәктәп походтары кәрәкме?
Мәктәп походтары кәрәкме?
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас