Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
17 Сентябрь 2024, 10:10

"АҠСАРЛАҠ"ТА ОСРАШТЫЛАР

Йәш армеецтар, кадеттар һәм шайморатовсылар осрашты һәм көс һынашты

"АҠСАРЛАҠ"ТА ОСРАШТЫЛАР
"АҠСАРЛАҠ"ТА ОСРАШТЫЛАР

"Аҡсарлаҡ" лагерында йәш армеецтар осрашты. Традицион слетта 70-тән ашыу бала, йәш армеецтар отряды тәрбиәләнеүселәре, кадет кластары уҡыусылары һәм шайморатовсылар ҡатнашты. Өс көн дауамында төрлө күнекмәләр эшләп, үҙҙәренең сослоғон, етеҙлеген, тапҡырлығын һынаған. Ҡаршылыҡ һыҙаттарын үтеп, тиҙ ярҙам күрһәтергә, "яралыларҙы" ташырға өйрәнәләр.  Йәш армеецтар хәрәкәтендә шөғөлләнеүселәрҙән Бүребай, Маҡан, Аҡъяр уҡыусылары иң алдынғылары булып сыҡҡан.

Икенсе көнөнә мәҙәни-күңел асыу саралары уҙғарылған. Уны Балалар ижады йорто педагогтары ойошторған.

Һөҙөмтәлә, йәш армеецтар араһында 1-се урынға Аҡъяр ауылының 2-се мәктәбе, 2-се урынға Бүребай отряды, 3-сө урынға Аҡъярҙың 1-се мәктәбе һәм Маҡан уҡыусылары сыҡҡан.

Кадет һәм шайморатовсылар кластары араһында ла Аҡъяр ауылынң 2-се мәктәбе тәүге урынды алған.

Слет йәш армеецтарға командала эшләргә өйрәткән, яңы дуҫтар табырға мөмкинлек биргән. Уҡыусылар дәртләнеп, көс һәм белем туплап ҡайтҡан.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: